Ауыл хужалы?ы эшс?нд?ре байрамы сценарий

Cкачать: Сценарий литературно-музыкального мероприятия "Ауылым тарихы - халҡым тарихы"

Ауылым
тарихы — халҡым тарихы.

(телдән
журнал)

Бүлмә боронғо башҡорт өйө итеп
йыһаҙландырыла. Юбилярҙарға арнап стенгазета эленә, китаптар күргәҙмәһе
урынлаштырыла. Плакаттар эленә:

1.     Ишек
асыҡ, сырай яҡты,

Ҡулыбыҙҙа тоҙ һәм икмәк.

2.     Барыһы
таныш, барыһы ғәзиз,

Ғүмер иткән төбәккенәм.

Һин булғанға мин бәхетле,

Һинһеҙ һулыр йөрәккенәм.

3.     Тыуған
өйөн белмәгән

Тыуған ауылын белерме?

Тыуған ауылын белмәгән

Тыуған илен белерме?

Уҡытыусы: Тыуған
ауыл, туған ил һәр кеше өсөн иң ҡәҙерле төшөнсәләрҙең береһе. Тыуған ауыл,
атай-олатайҙар нигеҙе, эсер һыуыбыҙ ошо ерҙә. Бөгөнгө кисәбеҙ ҙә ауылыбыҙ
тарихына бағышланған. Тарихи иҫтәлектәргә ҡарағанда ауылыбыҙға быйыл 240 йыл
булды. Уға нигеҙ һалыусы Хәмит Кейековтың атаһы Ғарифулла Кейековка — 155,
олатаһы Ғәли Соҡоройға 190 йыл тулды.

Журналдың беренсе бите.

1.     Күге
бейек, еле наҙлы,

Йәш
ҡыҙҙары һөйкөмлө

Ерҙә
берәй ауыл бармы?

Минең
ауыл шикелле.

2.     Ауылымдың
тауҙары бар

Тау
аҫтында талы бар,

Сылтырап
аҡҡан шишмәләре,

Һыҙылып
атҡан таңы бар.

3.     Бөҙрә
башлы ҡайындары,

Зифа
нарат, шыршылыр,

Аяҡ
баҫҡан эҙҙәреңдән

Шишмә
түгел, йыр сығар.

4.     Аҡ
көндәре, хәтфә төнө

Ҡояшы
бар, айы бар

Сәскә
тулы туғайҙары

Һәм
йырсы турғайы бар.

5.     Бер
йылмаям, бер моңаям

Уйға
ҡалам тағы ла,

Бәп-бәләкәс
ауылыма

Нисек
һыйған бары ла?

6.     Онота
алмам, ауылым, һағынырмын,

Айырылып
һинән китһәм дә,

Иҫкә
төшөрөп бер йыр йырлармын,

Һинең
яҡтан елдәр иҫкәндә.

Йыр
“Ауылым”Гөлнаҙ Адиева

Алып барыусы:
Тыуған ер… Тәү башлап тәпәй баҫҡан бәпкә үлән, наҙлап ҡосағына алған ҡояш
нурҙары, баш осонда тулҡынланған зәңгәр һауа, шифалы шишмә һыуҙары, туҡ та, ныҡ
та иткән ҡара икмәк һин. Инде нисә быуат үҙ халҡыңа шушы байлыҡтарыңды иркен
өләшеп, тәндәренә көс, йәндәренә илһам биреп йәшәтәһең. Тыуған сәғәтеңдән алып
нисәмә-нисә быуын көн күрҙе һиндә, фиҙәҡәр хезмәт, гөрләтеп бәйрәм итеп йәшәне.
Олатайымдың  олатаһына, ата-бабаларыма ғүмер биргәнһең, иң ғәзиз кешеләрем ошо
тупраҡта көн итеп, үҙенән һуң эҙ ҡалдырған. Миңә лә бит ғүмер башланғысын һин
биргәнһең, Яңғыҙ-Наратым!

Алып барыусы:
Һиндә тыуҙым, ауылым. Һиндә үҫтем,

                           
Гүзәл тәбиғәттең эсендә.

                           
Төрлө уйын уйнап, йырҙар йырлап,

                           
Иртәһен дә һәм дә кисен дә.

Тарихи мәғлүмәттәргә
ҡарағанда, ауылыбыҙға нигеҙ ташын Соҡор ауылынан килгән Хәмит атлы кеше һала.
Бөйөк Кейековтар нәселенән булған типһә тимер өҙөрҙәй был ир уҙҙаманды урман
эсенә килеп төпләнергә нимә мәжбүр иткән һуң?

Алып барыусы:
Пугачевтың батшаға ҡаршы баш күтәреп яу сапҡан  соро була был. Хәмиттең атаһы
Шәриф Кейеков, батша армияһы сафтарында көрәшеп, каһарманлығы өсөн юғары бүләк
яулаған яугир булараҡ, Пугачев ғәскәре яҡлы булған улынан баш тарта, рәсми
документтарҙа ла Хәмитте үҙ балаһы итеп күрһәтмәй. Тик ғауғалы сорҙар үткәс
кенә Шәриф уға йөҙ менән борола.

Алып барыусы:
Ауылымдың тарих битен асып, күҙ һаламын уға һаҡ кына. 1776 йыл. Шәриф улы Хәмит
– Соҡор ауылы егете ошо гүзәл ергә килеп, нигеҙ ҡорған, йорт тергеҙеп, ауылым
тарихын башлап ебәргән. Һәм 1795 йылда 67 кешеһе булған 11 йортло “Яңғыҙ-Нарат”
ауылы булып, рәсми документтарға теркәлгән. Хәмит ауыл тигән атама иҫә бары тик
халыҡ күңелендә  һаҡланып, быуындан-быуынға үрелә-үрелә бөгөнгә ҡәҙәр килеп
еткән.

Яҡташыбыҙ, аулдашыбыҙ Ф.
Шәкирйәнов шиғыры “Хәмит ауылы” уҡый Адиева Гөлнаҙ

Ерҙә күпме бөйөк кешеләр
бар,

Тарих биттәренә ингәндәр.

Тыуған йылы, исемдәре
төрлө,

Үҙҙәре лә төрлө илдәрҙән.

Ерҙә күпме бөйөк кешеләр
бар

Таныш ҡала, ауыл, өйҙәрҙә.

Булдым әле ләкин Хәмит
бабай

Тураһында бөгөн һөйләргә.

Шундай матру ерҙе нисек
тапҡан?

Башлап килеп бында
ултырған.

Тәүге усаҡты ул
тоҡандырған,

Тәүге йортҡа ул нигеҙ
ҡорған.

Килер быуын өсөн тырышҡан
ул,

Ҡыумаған дан, исем
артынан.

Тик  яҡшылыҡ ҡына тороп
ҡалған,

Ябай ғына ауыл ҡартынан.

Белмәй ҙә ул үҙе: хәҙер
ауыл

Хәмит ауыл тип атала.

Тарих биттәрендә юҡ
исеме,

Халыҡ күңелендә һаҡлана.

Алып барыусы:
— Ә Хәмит Кейековтың нәҫелдәрен белеп булмаймы?

        
Әлбиттә була. Бының өсөн беҙгә “Табын
ҡәбиләһенең ҡара табын ырыуы шәжәрәһе” тигән яҙмалар менән танышырға кәрәк.

Таныштыра
Ләйсән Солтанова.

Алып барыусы: Күренекле
башҡорт шағиры Ғәли Соҡорой (Мөхәмәтғәли Ғабделсалих улы Кейеков) 1826 йылда
Башҡортостандың Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылында тыуған. Ете йәшенән егерме
бер йәшенә тиклем Бөрө һәм Минзәлә өйәҙҙәренә ҡараған биш мәҙәрәсәлә уҡый. 1849
йылда Стәрлебаш мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Унда шағир Шәмсетдин Зәкиҙең һабаҡтарын
ала. Уҡып сыҡҡас, шул уҡ мәҙрәсәлә уҡытырға ҡала. 1852 йылда ул тыуған ауылы
Иҫке Соҡорға даими йәшәргә ҡайта.

Алып барыусы:
Ғали Соҡоройҙоң  әйтеүенә ҡарағанда , ул 17 йәшендә тәүге шиғырҙарын яҙа. Ул
күп яҙа һәм китаптары бер-бер артлы баҫылып сыға. Уның һәммәһе ун китабы донъя
күрә. Шуларҙың дүртәүһе үҙе иҫән сағында баҫыла. Бына уларҙың исемдәре: “Ғәли
ынйылары”, “Шәм яҡтыһы”, “Оҡшашын өҫтәү”, “Ҡазанды маҡтау”. Әйтергә кәрәк ,
шағирҙың күпселек әҫәрҙәре ҡулъяҙма хәлендә ҡалған. Был ҡулъяҙмалар бөгөн
Башҡортостан  Зәки Вәлиди исемендәге китапханаһында, Рәсәй Фәндәр академияһы
Өфө ғилми үҙәге архивнда һәм китапханаһында, Рәсәй Фәндәр академияһы Көнсығышты
өйрәнеү институтының Санкт-Петербург бүлеге фондында һәм шәхси архивтарҙа
һаҡлана.

Алып барыусы:
Бөгөнгө көндә беҙ Гәли Соҡоройҙоң 1995 йылда сыҡҡан “Шәм яҡтыһы” тигән китабын
уҡый алабыҙ. Уның авторы – филология фәндәр кандидаты Миңнеғәли Нәзерғолов.

Китаптың бересе өлөшөндә
“Фасли яҙ”, “Фасли кыш”, “Ырыуым тарихы” , “Яҙ көнө”, “Мин шәкерт”, “Инде ни
эшләргә?” һ.б. бик күп шиғырҙары урын алған.

“Шәм яҡтыһы” китабының
икенсе өлөшөндә сәсмә әҫәрҙәр урын алған. “Ауылдағы шөғөлөм” хикәйәһендә ул
“Беҙ урман башҡорттары буламыҙ. Ирәкте башҡортоноң иң ғали михнәтле фәреғе
булып торамын”, тип яҙа.

Шиғырҙар яҙған,
хажнәмәләр  яҙған,

Туған яғын, ерен маҡтаған.

Ярай әле беҙнең яҡта
тыуған,

Сит ерҙәрҙә ярай ҡалмаған.

Рауза Нуртдинова шиғыры
“Ғәли Соҡоройға” Хөснийәров Илнаҙ

Төрлө яҡҡа ынйы-мәрйән
кеүек

Һибелгәндәр һинең
оноҡтар.

Ваҡыт уҙған һайын һинең
менән

Гел кинәйә рухи офоҡтар.

Һинең менән беҙҙә юл
табабыҙ

Аҙашмайса ҡибла яғына.

Хәтерҙәрҙә гел-гел яңараһың

Иҙел-Урал һине һағына.

Алып
барыусы:

Кейековтар
менән танышыуҙы дауам итәбеҙ. Ул Ғәли Соҡоройҙоң  улы Ғарифулла Кейеков булыр.
Тарихта тәрән эҙ ҡалдырған – ғалим, әҙип, мәғрифәтсе.

Алып
барыусы:

Бөйөк
мәғрифәтсе Ғали Соҡоройҙоң бишенсе улы Ғарифулла Кейеков 1861йылдың 4 апрелендә
Иҫке Соҡор ауылында донъяға килгән. Белемгә ынтылыусы малай тәүҙә атаһы
мәҙрәсәһендә, артабан Минзәлә өйәҙенең Шығай, 187 йылда Ҡазандағы  “Апанай”
мәҙрәсәләрендә һабаҡ ала.

Ғарифулла
Кейеков 1882 йылда батша армияһына хәрби хеҙмәткә алына.

Башта
Курск губернаһының Белгород ҡалаһында, артабан алты йылға яҡын Харьковта хәрби
фельдшер булып хеҙмәт итеп, унтер-офицер чинында тыуған ауылына ҡайта.

Алып
барыусы:

 Уҡыуға
теләге көслө булыу 1888 йылда уны йәнә “Апанай” мәҙрәсәһенә алып килә. Бер
йылдан, атаһының сәләмәтлеге насарланыуы сәбәпле, уҡыуҙы ташлап ҡайтырға мәжбүр
була. Иҫке Күрҙемдә мөғәллимлек итә башлай. 1891 йылда ауыл халҡы ярҙамы менән
ике ҡатлы мәҙрәсә һалдырып, яңыса уҡытыуҙы ойоштороп ебәрә. Шул уҡ ваҡытта
муллалыҡ эшен дә алып бара. Ике тапҡыр Өфөгә Рәсәй һәм Европа илдәре
мосолмандарының диниә назаратына барып, имтихан тапшыра. Идара ҡарарҙары
буйынса 1891 йылда имам-хатиб,1893 йылда ахун дәрәжәһенә күтәрелә.

1891
йылда хажға барып, һигеҙ ай йөрөп ҡайта.

Алып
барыусы:

 «Ризалыҡ
сығанағы» исемле тәүге китабы 1900 йылда Ҡаҙанда баҫылып сыға.Унда автор
атаһының тормошон һәм ижади эшмәкәрлеген яҡтырта.

1903
йылда Ғарифулла Кейековтың «Балалар өсөн рифмалар» исемле китабы донъя
күрә.1909 йылда “Шура”журналы уҡыусыларға әҙәби тел хаҡында фекер алышырға
саҡырып мөрәжәғәт иткәс, Ғәрифулла Кейеков башҡорт әҙиптәренән беренселәрҙән
булып туған теленең хоҡуҡтарын яҡлап сығыш яһай.

Алып
барыусы:

Мәҙрәсәлә
уҡыған сағында уҡ ул туған халҡының тарихы менән ҡыҙыҡһына башлай. Ауылдан
ауылға йөрөп,иҫке китаптар,ҡулъяҙмалар , боронғо ҡәбер таштарындағы яҙыуҙар
күсермәләрен йыя,оло быуын кешеләренән риүәйәттәр, легендалар һөйләтә, тарихи
баҫмалар, рәсми документтар менән таныша, айырым текстарҙы башҡорт теленә
тәржемә итә.

Алып
барыусы:

Бар
булмышын халҡына хеҙмәт итеүгә бағышлаған Ғарифулла Кейековтың ғүмере аяныслы
өҙөлә.1918 йылдың 19 сентябрендә Бөрөлә мөғәллимдәр мәктәбендә уҡып йөрөгән
ҡыҙҙары Хәнифә менән Зөһәйрәне алып ҡайтҡан ваҡытта мулла булғаны өсөн генә
ҡыҙылдар тарафынан үлтерелә. Китапханаһындағы китаптарын урамға сығарып
яндыралар. Күпме тарихи байлыҡ, ҡабатланмаҫ ҡулъяҙмалар бына шулай юҡҡа сыға.

Алып
барыусы:

Халыҡ
бөйөк улын онотмай.

Бөйөк 
шәхестәрҙең беҙгә мираҫ итеп ҡалдырған аманаттары беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй һәм
йәшәйәсәк.

Алып
барыусы:

Ауылыбыҙҙа Кейековтарҙың нәҫел тамыры таралған, тармаҡланған. Был нәҫел
тамырҙары ауылыбыҙға шағирҙар, бейеүселәр, йырсылар һәм тағыла бик күп төрлө
һөнәр эйәләре биргән.

М.
Гәрәева шиғыры “Яңғыҙ-Нарат” уҡый Зайдуллина Алһыу.

Алып
барыусы:

Ауылыбыҙ Яңғыҙ-Наратта  данлыҡлы Кейеков фамилияһы мәңгеләштерелгән. Ете
урамдың береһе Кейеков урамы тип йөрөтөлә.

Ауылымда – ете
урам,

Үтәм мин
урап-урап.

Күңелдәге
һағыштарҙы

Бушатам йырҙар
йырлап.

“Ауылым
ҡайындары” йырлай Хаматнуров Ленар.

Алып
барыусы:

Бөгөн ауыл етеш тормошло, һоҡланғыс яҙмышлы кешеләр йәшәгән 175  хужалыҡтан
торған, 500 кешеһе булған ҙур ауылдарҙың береһе. Ауылдың төҙөклөгө, урамдарҙың
таҙалығы бында уңған, тырыш кешеләр йәшәүен раҫлай. Яңғыҙ-Наратта илһамлы,
шиғри күңелле кешеләр тыуған. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ. Миләүшә Гәрәева,
Финат Шакир шиғырҙары күрше өлкәләрҙә лә танылыу алған. Уларҙың шиғырҙарына
көйҙәр һалынған.

Алып
барыусы:

Тәтешле яҡтарының серле матурлығы ла тап шунда – шағирҙар төйәге ул. Башҡорт
мәғрифәтсеһе, шағир Ғәли Соҡоройҙан башлана уның тарихы.

Ҡыҙҙар
башҡарыуында йыр“Тәтешлем”, ауылдашыбыҙ М. Гәрәева һүҙҙәре.

Алып
барыусы:

Ысынлап та, ауылыбыҙ шағир, шағирәләргә бик бай, тик уларҙың күбеһенең исеме
дан алмаған, шиғырҙары китап булып баҫылып сыҡмаған. Шундайҙарҙың береһе —
яратҡан уҡытыусыбыҙ,илһам эйәһе, Лилия Гәҙелкарам ҡыҙы. Үҙенең фәлсәфәүи
йөкмәткеле шиғырҙары менән беҙҙе таң ҡалдыра.Тыуған ауылы Яңғыҙ-Наратҡа арнап 
яҙған шиғырҙары ла бик күп.

Л.
Шәкүрова  шиғыры “Туған яғым – нарат иле” һөйләй 5 класс уҡыусыһы Солтанова
Нурия

Туған
яғым – нарат иле, —

Хәмит
бабай төйәге.

Изге
шишмә хасил иткән

Мәғүрбана
һөйәге.

Урмандары
күккә ашҡан,

Уңдырышлы
баҫыулы.

Ситтә
йөрөгәнгә — бәхет, —

Тыуған
ергә ҡайтыуы.

Һауаһы
саф, иркен һула!

Ҡуш
услап һыуын уртла;

Ҡояш
өләшә йыл буйы

Нурын
тигеҙ һәр йортҡа!

Ҡоромаһын
тамырҙарың,

Төйәгем
Яңғыҙ-Нарат

Халҡың
һөйөнөп теләһен

Килер
йылдарың һанап.

Бәхет
күҙенә ҡарап!

Алып
барыусы:

Ауылды онотмайыҡ,

                           
Шишмәне ҡоротмайыҡ.

                           
Йән керетәйек әле тыуған ергә.

                           
Кистәрен йыйылып, гармунға ҡушылып,

                           
Һайрашып йырлайыҡ әле бергә.

“Гармун
моңо” йырлай Ғайсин Айнаҙ

Алып
барыусы:

Ауылыбыҙ тарих булып ҡына ҡалмаһын, йорттарҙа уттар һүнмәһен, урамдар  гөрләп
торһон. Беҙгә, йәш быуынға, атай-олатайҙарҙың аманаты шул: ауылды нисектә булһа
һаҡларға, ер йөҙөнән юғалтмаҫҡа.

Йыр “Гүзәл ерем”
Гөлсәсәк Фатхуллина

Ҡояш йылы нурын
һуҙа ергә,

Күҙ алдымда бөрө
уяна.

Сабый бала төҫлө
ғәжәпләнеп

Исем китеп ҡарайым
донъяға.

Ниндәй гүзәл ерем,
йәшел бишегем,

Һис һоҡланып
туймайым мин уға.

Сабый бала төҫлө
ғәжәпләнеп

Исем китеп ҡарайым
донъяға.

Тәҙерәгә бер ҡош
килеп ҡунған

Эй талпына инде,
ҡуана.

Мин ғашиҡмын ошо нәни
ҡошҡа,

Мин ғашиҡмын яҡты
донъяға.

Юлға чыҡсам юлым
оҙон, сикһеҙ,

Юлдаштарым әйбәт
юлдарҙа.

Мин ғашиҡмын ошо
кешеләргә,

Мин ғашиҡмын яҡты
донъяға.

Уҡытыусы: Нигеҙҙәрҙе
ҡоротмайса, ата-бабаларҙың рухына тоғро булып йәшәйек.

Икмәк – бөтәһенә лә баш!

Өлкән төркөмдә Көҙ байрамы

Зал төҫлө япраҡтар менән байрамса биҙәлгән. Һалмаҡ көй аҫтында балалар тәрбиәсе менән залға инәләр.

Сара барышы:

Алып барыусы:  Һаумыһығыҙ, балалар! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән йыл да үтә торған көҙгө байрамға йыйылдыҡ.

Ни арала йәй үтте,

Матур көҙ килеп етте.

Шалыҡ тулы был байрамды

Балалар күптән көттө! 

1-се бала:

Бөгөн беҙҙә матур байрам,

Бөгөн беҙҙә көҙгө бал.

Бөгөн көҙгө байлыҡ менән

Биҙәлгән бит беҙҙең зал.

2-се бала:

Ергә япраҡ ҡойолған,

Һап-һары келәм булған.

Япраҡтарҙы беҙ йыябыҙ,
Букет яһап ҡуябыҙ. 

3-сө бала: 

Көҙ көндәре килеп етте,

Хушлашабыҙ йәй менән.

Бөгөн ергә япраҡтарҙан

Алтын келәм йәйелгән.

Йыр “Иманлы ил”

А.б. : Балалар , тыңлағыҙ әле, мин һеҙгә бер мәҡәл әйтәм. 

Яҙҙың  байлығы – ҡояш,

Көҙҙөң байлығы – нимә? (Уңыш.)

Алып барыусы:

Көҙ  килде,

Уңыш булды.

Муллыҡ менән

Баҙҙар тулды.

  • Балалар, көҙгө муллыҡтың ни икәнен һеҙ беләһегеҙҙер инде. Баҫыуҙарҙан йыйып алынған иген, баҡсаларҙан йыйылған йәшелсә, еләк-емеш ул. Ә уларҙың беҙҙең өсөн файҙаһы бик ҙур. 

4-се бала:

Көҙ көндәре бик күңелле,

Бик күп емештәр бешә.

Помидор, ҡарбуз өлгөрә,

Алмалар өҙөлөп төшә.

 5-се бала:

Көҙ апай килә баҙарҙан,

Нимә генә алмаған:

Ҡайындарға – һары яулыҡ,

Миләшкә – ҡыҙыл мунсаҡ,

Сейәгә – көрән алҡалар,

Ал да ҡолағыңа таҡ!

6-сы бала:

Көҙ шулай төрлө төҫтәргә

Буяй бөтә ерҙе лә.

Емеш-еләк менән һыйлай

Шатландырып беҙҙе лә.

Бейеү-йыр “Йәшелсәләр”

Тәрбиәсе:

Көҙ байрамына беҙгә

Кемдер ашҡынып килә.

Тыңлайыҡсы, тауышын,          (Көслө ел иҫә)

Йә әйтегеҙ, кем белә?

Залға Ел-малай йүгереп инә.

Ел-малай: Йөрөйөм мин йүгереп

Бик күп илдәрҙе гиҙеп.

Тәҙрәнән килеп индем

Һеҙҙә байрамды күреп.

 Ел:  Мин – ел! Бөгөн япраҡтар байрамы! Әйҙәгеҙ, дуҫҡайҙарым, бына ошо япраҡтар менән бейергә!

Бейеү “Япраҡтар”

Ел: Минең  эшем күп, ашығам. Мин остом, остом, остом!

Тәрбиәсе: Ярай, ел дуҫҡай! Һау бул! Балалар! Ҡарағыҙ әле, кемдер беҙҙең байрамға ашыға. Ҡаршы алырға әҙерләнәйек әле.

Сағыу төҫтәрен таратып

Килеп етте Көҙ апай.

Ғорурланып һәм шатланып

Ул Ер йөҙөнән атлай.

ттТТТТТатттттллллорәрТалғбиячеТалғын көйгә бейепТ

Талғын көйгә бейей-бейей Көҙ килеп инә.

Көҙ: Һаумыһығыҙ, минең ҡәҙерлеләрем!

Бөгөн – байрам! Килдем һеҙгә,

Көҙгө байлыҡ ҡулымда.

Муллыҡ һәм байлыҡ теләйем

Кем осраһа юлымда.

Байрамығыҙ ҡотло булһын,

Көҙөгөҙ муллыҡ бирһен,

Йөҙҙәрегеҙ нурға тулһын,

Ҡояштай балҡып торһон!

Йырҙар, бейеүҙәр, шиғырҙар әҙерме? 

 Балалар: Эйе, әҙер.

7 –се  бала:

Килә  шаулы, алтын  матур  көҙөм,

Япраҡ оса,   көҙгө  ел иҫә.

Тәбиғәте  бигерәк  һоҡландырғыс!

Зарығып көткән көҙ килә!

8 -се бала:

Көҙ  килде.

Үләндәр һарғайҙы, шиңде.

Һап-һары  япраҡтар

Ергә  һибелде.

9-сы бала:

Бик  күңелле  урамда-

Алтын-һары  бар  донъя,

Ел  япраҡтар  бейетә,

Көҙ  шатлана, туй  итә.

10 -сы бала:

Күңелләргә  яҡты  нур  өләшеп,

Шатлыҡ  өҫтәп  һәр бер  йөрәккә,

Үҙ  муллығы  менән  көҙҙәр  килә,

Йомғак  яһап  йәйге  хеҙмәткә.

11-се бала:

Көҙ апай уңған бигерәк,

Күп эштәрен бөтөргән.

Емештәр йыйырға кәрәк,

Улар инде өлгөргән.

 А. б. Балалар! Ҡарағыҙ әле, Көҙ апайҙың кәрзине уңыш менән тулған бит. Әйҙәгеҙ ошо хаҡта йырлап алайыҡ.

Йыр “Уңыш быйыл мул ғына”

( Шул вакыт болот сыға – ул көҙҙө ҡыҫырыҡлай, балаларға  ямғыр һибә.)

 Болот: Байрам имеш, Көҙ килә, имеш! Килмәй генә тороғоҙ әле! Бейемәй генә тороғоҙ! Юҡ  һеҙгә байрам! Мине саҡырмаған булып! Хәҙер ямғыр яуҙырып ебәрһәм, булыр әле байрам!

Көҙ: Туҡта, туҡта, болот! Боҙма инде байрамды! Балаларҙың кәйефтәрен төшөрмә!

Алып барыусы: Туҡта инде, беҙҙең ҡыҙҙар-малайҙар һиңә бейеүен башҡарып күрһәтерҙәр, кәйефең дә күтәрелер.

Бейеу “Башкорт полька”

 Тәрбиәсе: Көҙ беззен hинэ бер hорау бар?

Тирмэ нимэ була ул, hин белэhенме?

Көҙ: юк белмэйем.

Тәрбиәсе: тирмэ ул элек – электэн ,беззен ата- бабаларзын йэшэу йорто булган. Улар тирмэ короп йэшэгэндэр. Э hэзер  тирмэ коралар байрам конондэ. Богон беззэ лэ байрам, беззэ hеззен менэн тирмэ корайык! Балалар эйзэгез уйнап алайык!

Тирмэ уйыны.

олот:Бию: Кулчатыр белән бию.

Музыка уйнай. Ҡулына түңәрәк икмәк тотоп ондэшэ.

Көҙ: Афариндар! Һеҙҙе Уңыш байрамы менән ҡотлайым!Һеҙ бөгөн көҙгө баҡсанан мул йыйып, ҡыуанышып байрам ойошторғанһығыҙ икән. Ә хәҙер бер йомаҡты сисһәгеҙ, тағы ла ниндәй үҫемлек хаҡында һөйләргә онотҡанығыҙҙы белерһегеҙ.

  • Яҙын сәсәләр, көҙөн уралар, тирмәндә тарталар. Нимә ул? (Икмәк)
  • Дөрөҫ, икмәк. Икмәк – ул беҙҙең иң ҙур байлығыбыҙ.

Бына ул – икмәк,

Тот ике ҡуллап,

Түргә ҡуй уны,

Хөрмәтләп, ҙурлап.

Һаулыҡ-таҙалыҡ менән

Бергә ашарға яҙһын.

Рәхим итеп ауыҙ итегеҙ!

Тәрбиәсе: Көалкаруында  үзләре яраткан шигырьләр, табышма

 Уңышты йыйып бөттөк, имен-һау ашарға яҙһын!

Имен йәшәйек беҙ ҙә.

Алла бирһә осрашырбыҙ

Киләһе алтын көҙҙә.

Көҙ:

Һау булығыҙ, балалар,

Тәрбиәсе: Ошоноң менән беҙҙең Көҙ байрамы тамам.

Байрам мөбәрәк булһын,
хөрмәтле ауыл эшсәндәре!

Район иҡтисадының нигеҙен тәшкил иткән ауыл хужалығы, белеүебеҙсә,
һуңғы тиҫтә йылдарҙа ҙур һынауҙарға дусар булды. Район хакимиәтенең
маҡсатлы эше һөҙөмтәһендә бөгөн был тармаҡты һаҙлыҡтан сығарыу буйынса
аныҡ саралар күрелә, ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Быйыл республика
бюджетынан 51 млн һум аҡса бүленде һәм ул яҙғы баҫыу эштәрен атҡарыуҙа
ҙур ярҙам булды. Шул уҡ ваҡытта 3 мең тонна арзан хаҡҡа яғыулыҡ бирелде.
Был беҙгә 102 мең гектарҙа ауыл хужалығы культураларын оптималь ваҡытта
сәсеү мөмкинлеге бирҙе. Дөйөм алғанда, район аграрийҙарына дәүләт
ярҙамы быйыл йыл башынан 98 млн һум тәшкил итте.

Әммә аяуһыҙ ҡоролоҡ
йәнә ҡаты һынау ҡуйҙы. Шул арҡала ни бары 30,5 мең тонна ашлыҡ йыйып
алыуға өлгәштек, гектар ҡеүәте уртаса 6,2 центнер тәшкил итте. Хәҙер
инде беҙгә, үткән йылдар тәжрибәһенә таянып, ер эшкәртеү һәм яҡшы орлоҡ
әҙерләү өҫтөндә ныҡышмалы эшләргә кәрәк.
Малсылыҡ өлкәһендә ыңғай үҫеш динамикаһы күҙәтелде. Продукция етештереү, мал һаны артты.

Башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы булып
танылған “Байҡара”, “Аҡморон”, “Ҡолонсаҡ” хужалыҡтарына быйыл йәнә берәү
өҫтәлде – бындай статусты “Толпар” ЯСЙ-һы алды.
 

Ауыл хужалығы
предприятиелары һәм фермер хужалыҡтарында техника яңыртыу маҡсатлы дауам
итте – бөтәһе 36 млн һумға техника һәм ҡоролмалар алынды (был үткән
осорға ҡарағанда 3,5 тапҡырға күберәк).
 

Ауыл хужалығы
предприятиелары һәм КФХ-лар төрлө дәүләт программаларында әүҙем ҡатнаша.
Әле райондың алдынғы хужалығы – Ленин исемендәге АХК “500 ферма”
проектына инеп, Таулыҡай фермаһында тәҙрәләр яңыртылды. Төп
реконструкция эштәре киләһе йылда дауам итәсәк.
Сыңғыҙҙан фермер
Нияз Уразбаев ғаилә һөтсөлөк фермалары программаһына ярашлы, үҙ саралары
иҫәбенә 50 баш һыйырға иҫәпләнгән малсылыҡ базаһы төҙөй. Быйыл ноябрь
айында яңы объект файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Яраттан фермер хужалығы
етәксеһе Айҙар Мырҙаҡаев иһә ғаилә һөтсөлөк фермалары проектына инеп, 2
млн һумлыҡ грантҡа дәғүә итә. Әйткәндәй, 6 фермер төрлө программалар
буйынса дәүләт ярҙамы алыуға иреште.
 

Шуныһы һөйөнөслө, районда
ҡеүәтле агрохолдинг төҙөү эштәре башланды. Ул “Урал аръяғы” МТС-ын,
“Уңыш” АХК-һын, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһен һәм “Күлтабан”
МУП-ын берләштергән эре дәүләт предприятиеһы буласаҡ. Агрохолдинг
төҙөүҙең төп маҡсаты – атап үтелгән ауыл хужалығы предприятиеларының
производство базаһын һаҡлап ҡалыу һәм район биләмәһендә юғары эффектлы
производство үҫтереү.
 

Йыл да ҡабатланып килгән аяуһыҙ ҡоролоҡҡа
ҡарамаҫтан, һуңғы осорҙа ауыл хужалығы предприятиелары һәм
крәҫтиән-фермер хужалыҡтары производство ҡеүәттәрен арттыра, техник
потенциалын нығыта. Ленин исемендәге, “Рассвет” АХК-лары, “Баймаҡ”
ғилми-производство берекмәһе, “Толпар”, “Союз” ЯСЙ-лары,
“А.Шәрәфетдинов”, “А.Мырҙаҡаев” КФХ-лары бөгөн башҡа хужалыҡтарға бөтә
күрһәткестәр буйынса ла үрнәк булып тора.
 

Бөгөн ауыл хужалығы
тармағының мөһим өлкәһе – малсылыҡты ҡышҡа әҙерләү эштәре тамамлана.
Ленин исемендәге, “Рассвет” АХК-лары, “Баймаҡ” ғилми-производство
берекмәһе, “Союз” ЯСЙ-лары, “Күлтабан” МУП-ы ҡышҡа яҡшы әҙерләнде,
етерлек мал аҙығы базаһы тупланы. Ленин исемендәге, “Рассвет”, “Уңыш”,
“Баймаҡ” ҒПБ-һы хужалыҡтары иген фуражы һалыуға ныҡлы иғтибар бүлде.
 

Киләһе уңыш тураһында хәстәрлек күреп, орлоҡ һалыу, ерҙе туңға һөрөү
һәм эшкәртеү буйынса ла булған мөмкинлектәр күрелде. “Баймаҡ” ҒПБ-һы,
“Урал аръяғы” МТС-ы, “Толпар”, “Күлтабан”, “Новатор”, Ленин исемендәге,
“Рассвет”, “Алғаҙы” хужалыҡтары ваҡытында орлоҡ тупланы. Ер эшкәртеү
буйынса “Толпар”, Ленин исемендәге, “Баймаҡ” ҒПБ-һы, “Богачевка”,
“Рассвет” хужалыҡтары һынатманы.
 

Әле район аграрийҙары алдында
торған төп бурыс – малды уңышлы ҡышлатыу, киләһе яҙғы баҫыу эштәренә
әҙерләнеү, коллективтың социаль мәсьәләләрен ыңғай хәл итеү. Алдағы
ҡыштың еңел булмаясағын күҙ уңында тотоп, уны мөмкин тиклем имен үткәреү
өсөн булған тырышлыҡты һалайыҡ! Байрамыбыҙ мөбәрәк булһын, хөрмәтле
ауыл хеҙмәтсәндәре!

Р. Әбүбәкиров,
район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары.

Хөрмәтле ауыл хеҙмәтсәндәре, Ейәнсура районының агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ менән иң йылы ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ауыл хужалағы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт – ил иҡтисадының бик тә әһәмиәтле тармаҡтары, ауылдарҙың үҫешенең һәм сәскә атыуының нигеҙе.

Донъяла ер эшкәртеүҙән һәм иген үҫтереүҙән дә маҡтаулыраҡ һөнәр юҡ. Ауыл хужалығы тармағы хеҙмәткәрҙәре үҙенсәлекле кешеләр –көслө рухлылар, егәрлеләр һәм намыҫлылар, тыуған ерҙең йөрәк тибешен тойоп, физик эштән ҡурҡмай, бөтә көсөн һәм күңелен биреп эшләйҙәр. Бөгөн дә, ҡатмарлы климат шарттарына һәм донъялағы көсөргәнешле эпидемиологик хәл-торошҡа ҡарамай, районыбыҙҙың агросәнәғәт комплексы белгестәре ең һыҙғанып эшләй, эшһөйәрлек һәм түҙемлек, һайлаған һөнәргә тоғролоҡ өлгөһө булып тора. Һеҙҙең һәр кемегеҙ үҙенең һүрелмәҫ энергияһы, оптимизмы, изгелеккә һәм ғәҙеллеккә ышанысы, тыуып үҫкән ер өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт итеүе менән таң ҡалдыра.

Ҡәҙерле ауыл эшсәндәре, хөрмәтле тармаҡ ветерандары, еңел булмаған хеҙмәтегеҙ, тормош аҡылығыҙ, ауыл традицияларын һаҡлауығыҙ һәм ерҙә эшләүсе династияларҙы тергеҙеүегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр, тотороҡлолоҡ, ышаныслы киләсәк, ҡыйыу башланғыстарығыҙҙа уңыштар, изге һәм еңел булмаған эшегеҙҙә яңы ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр теләйем!

Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.

НАВРЕЗ БАЙРАМ

Алиме: Селям алейкум, сайгъылы оджалар ве талебелер! Бугунь бизге энъ гузель, энъ дюльбер, севимли баарь байрамы – Наврез кельди. Эвель заманлардан берли бу байрам янъы кунь, янъы йыл байрамы сайыла. Мубарек олсун йылбаш, баарь байрамы – Наврез!

Сабина: Здравствуйте уважаемые гости, учащиеся и учителя! Сегодня к нам пришёл самый прекрасный, любимый праздник весны – Наврез. С давних времён этот праздник считался новым днём и новогодним праздником. Да здравствует Новый год, весенний праздник Наврез!

Эльвира: Наврез кельди дагъларгъа,

Багъчаларгъа, багъларгъа.

Гуль туттырып къолларгъа

Озгъара тарлаларгъа.

Вишне, кираз, алмалар

Ап-акъ чечек ачалар,

Берекеттен хабер берип

Къокъуларын сачалар.

Юнус: Тереклерде къушчыкълар

Наврез йырын йырлайлар.

Бахтлы огълан, къызчыкълар

Джыйынларда ойнайлар.

Наврез кельди, дуямыз,

Къокъусына тоямыз.

Аман олсун дюньямыз,

Яшасын Ватанымыз!

Алиме: Эвель-эзельден къырымтатарлар байрам арфесинде айрыджа темизлик ишлерини япа тургъанлар. Джумледен, адамлар Наврез байрамы арфесинде дагъларгъа барып, чокъракъларны, ирмакъларны темизлей экенлер.

Сабина: С давних времён накануне праздника крымские татары уделяли огромное внимание чистоте и порядку. Мужчины, собравшись все вместе, очищали от мусора родники, ручейки.

Алиме: Къадын-къызларымыз эв ишлеринен огъраша эдилер: эвлерни джыйыштыралар, одаларны акълайлар, лезетли емеклер пиширелер.

Сабина: А женщины и девушки занимались домашней работой: убирают дом, двор, готовят разные вкусности.

Алиме: Балалар, билесизми, Къырымнынъ Мисхор коюнде Арзы деген бир къыз яшагъан. Арзы о къадар дюльбер экен ки, онынъ дюльберлиги акъкъында ябанджы улькелерде биле эшиткенлер. Иште, Наврез байрамы акъшамында Арзынынъ тою оладжакъ куню денъиз айдутлары къызны алып къачалар ве султан сарайына саталар. Шу сарайда Арзыгъа татлы, лезетли ашлар берелер, дюльбер урбалар кийдирелер. Амма Арзы, эписи бир, догъгъан коюне, севгилисине асретлик чекип, айырылыкъкъа даянамай озюни юксек къаледен денъизге ата да, сув анасына чевириле. О, эр йыл Наврез байрамы куню озь коюнинъ ялысына ялдап чыкъа ве асретли козьлеринен койге бакъа. О кельген куню чокъракълардан, чешмелерден сув номай акъа экен. Вай, балалар, бакъынъыз, геми корюне!

Сабина: В очень давние времена, когда весь Южный берег Крыма принадлежал ещё турецкому султану, жил в деревне Мисхор скромный труженик Абий ака. Жил он в старой хижине под деревней близ моря и неутомимо работал на своём маленьком винограднике. Не был старик богачом, но слыл честным, мудрым и работящим, пользовался поэтому большим почётом и уважением у всех односельчан. Славился Абий ака своей трудовой честной жизнью, мудростью, но ещё больше славился он своей красавицей дочерью. Строен и гибок был стан Арзы, как лоза виноградника, сорок тонких косичек сбегали по плечам её до самых колен, блестящие огромные глаза были черны, как звёздное небо над цветущей яблоней, яркие губки рдели, как две спелые вишни, а нежные щёки румянились, как бархатный персик. Время шло, и хорошела с каждым днём прекрасная девушка. Весело хлопотала она вокруг отцовской хижины, помогая матери в работе, с бойкой песней она спускалась к своему любимому фонтану. Пришла весна. Пышно зацвели деревья в саду Абий акая, но ещё пышнее цвела дочь красавица Арзы. Надвигался праздник Наврез, когда была назначена свадьба Арзы. Печалила её близкая разлука с приветливым садом, со своей родной деревней, с подругами и с милым фонтаном у берега моря. В последний раз захотела она увидеться и проститься с дорогим для неё фонтаном и морским берегом. Взяла она свой медный кувшин и спустилась к фонтану. Но тут случилось такое горе: Арзы выкрали пираты во главе со своим хозяином Али-бабой. Вся деревня огласилась воплями. Все оплакивали свою любимую Арзы. Тосковали о бедной похищенной девушке не только несчастные родители и подруги, не только односельчане и соседи. Любимый её фонтан, у которого совершилось злое дело, прежде весело

журчавший и дававший обильную влагу, стал иссякать, уменьшаться и, наконец, закапал тяжёлыми капельками, как горькими слезами.

Но один раз в год, ровно в годовщину похищения красавицы Арзы, в тот же вечерний весенний час, начинал фонтан струиться сильнее. В этот час из тихих волн выходила жительница морских бездн – русалка с младенцем на руках. Она подходила к фонтану, жадно пила из него воду, любовно мочила в нём руки и волосы, ласково гладила камни, садилась на берегу, задумчиво взглядывала деревню, тихо вздыхала и, снова опустившись в волны морские, исчезала до следующего года.

Алиме: Балалар, бакъынъыз, гемиден Арзы къыз да эне. Хош кельдинъ, гузель Арзы къыз. Буюр, бизнен берабер бу байрамда сен де шенълен!

Сабина: Ребята, смотрите Арзы къыз. Добро пожаловать, присоединяйся к нашему празднику!

Зейнеб: Селям алейкум, севимли балалар! Байрам хайырлы олсун!

Балалар: Сизге де хайырлы олсун!

Алиме: Севимли Арзы къыз, бизим балалар Наврез байрамына йырлар, оюнлар азырладылар.

Шимди исе сизлер ичюн Воробьёва Эмилия «Байрам» йырыны иджра эте.

Зейнеб: Машалла балаларгъа. Йырламагъа, ойнамагъа яхшы биле экенсиз. Энди мен исе сизге урлукъ акъкъында бир масал айтайым. Масалнынъ ады «Турна бабай».

Бир заманда бар экен, бир заманда ёкъ экен. Къырымнынъ бир коюнде эмексевер, мераметли бир койлю яшай экен. Шу койлю гедже-куньдюз озь тарласында чалышып, аилесини бакъа экен. Баарь куньлернинъ биринде койлю ер къазгъан вакъытта: (Инсценировка – залгъа койлю кире. Залнынъ бир кошесинде турна сыфатында кийиндирильген бала тура.)

Турна – Усеин: Вай, къанатым къырылгъан да! Мен энди насыл учарым? Насыл этип юва япарым?

Койлю – Асан (турнанынъ янына барып):

Санъа не олды, гузель турнам?

Усеин: Сыджакъ ерлерден учып келе эдим. Дагъларнынъ устюнден учкъанда бирден кучьлю ель эсти, мен къаягъа урулдым, къанатымны къырдым. Бу ерге къадар учып олдым, энди учалмайым. Аркъадашларым кеттилер, мен исе не япаджагъымны бильмейим.

Асан: Къана, бакъайым(турнанынъ къанатыны котере, сийпай). Э-э-э, джаным турнам, пек урулгъансынъ да, къанатынъ къырылгъан. Юр, меним эвиме барайыкъ. Мен сенинъ къанатынъны тез вакъыт ичинде деваларым. (кетелер)

Зейнеб: Койлю турнаны эвге алып келе, онынъ къанатына илядж силе, багълай, къушкъа къуветли ашлар бере. Бир къач куньден турнанынъ къанаты яхшы ола ве олар кене тарлагъа келелер (турна ве койлю келелер).

Асан: Энди гузель турнам, къанатынъны коте рве учмагъа тырыш(турна агъыргъан къанатыны яваштан котере).

Усеин: Энди агъырмай, эмджечигим (эки къанатыны да бир къач кере къакъа). Сагъ ол, джаным эмджем. Япкъан эйилигинъ Алладан къайтсын.

Мен энди аркъадашларым учып кеткен ерге кетейим. Мына бу алма урлугъыны исе тарланъда сач, эмджем. (Учып кете)

Асан: Къана, сачып бакъайым, насыл алма чыкъар экен?

Зейнеб: Койлю урлукъны сача, сувара, чапалай (койлю япып косьтере). Азмы кече, чокъмы кече, бир даа бакъса, тарласында балабандан-балабан бир алма осип чыкъа.

Асан: Машалла алмагъа! Дюньяда олмагъан алма меним тарламда етишти, гъалиба. (Элине алып эр тарафыны бакъа). Бойле балабан алманы меним аилем ашап битирамаз. Келинъиз, балалар, берабер ашайыкъ. (Алманы экиге боле). Вай, балалар бу тылсымлы алма экен, бакъынъыз, ичи капик толу. Манъа бу къадар чокъ пара не керек? Алынъыз, эпинъизге керек олур.(балаларгъа капик даркъата)

Алиме: Сагъ ол, эмдже. Бугунь бизде байрам, кель, бизге къошул!

Шимди исе Сейтмеметова Сайме сизлер ичюн «Баарь кельсе» йырыны иджра эте.

Оджа: Байрамынъыз хайырлы олсун! Билесиз, эр бир байрам «Хайтарманен» екюнлене. Келинъиз, эпимиз шенъ «Хайтарманы» тёшейик.

Оджа: Поздравляю Вас с Наврез байрам! Все праздники заканчиваются весёлой «Хайтармой», приглашаю всех на танец.

Алиме: Бойлеликнен, байрамымыз сонъуна кельди. Дикъкъатынъыз ичюн чокъ сагъ олунъыз.

Сабина: На этом наш праздник подошёл к концу, спасибо за внимание. Ещё раз всех с праздником!

Ел маңдайындағы ерен жұлдыз — Еңбек Ері Зылиха – қыз!

Мақсаты: Ауыл шаруашылығы өндірісінің білгір жетекшісі Зылиха Тамшыбаеваның өмірі мен еңбек жолынан ғибрат алып, оқушыларды еліне, жеріне деген сүйіспеншілігін арттырып, адамгершілік қасиеттерге баулу.
Көрнекілігі: слайд, буклеттер, кітаптар көрмесі.

Жүргізуші: Армысыздар құрметті қонақтар, ұстаздар мен оқушылар! Елбасының «Болашаққа бағдар: рухани жаңғыру» мақаласы аясында «Тағзым. Құрмет. Өнеге» тақырыбында қазақ халқының мақтанышы, қоғам қайраткері, ауыл шаруашылығы өндірісінің білгір жетекшісі, Социалистік Еңбек Ері, екі мәрте Ленин орденінің кавалері, Октябрь Революциясы, Еңбек, Қызыл Ту ордендерінің иегері, «Парасат», «Құрмет» ордендерінің иегері Алматы облысының Құрметті азаматы Зылиха Тамшыбаеваның арналған еске алу кешімізге қош келдіңіздер.

Жүргізуші: Бүгінгі кешіміздің негізгі мақсаты — Зылиқа апамыздайұйымдастырушылық қабілеті жоғары кемеңгер апаның мүддесін түсіну, рухани тарихымызды тану, тұлғаның аяулы бейнесін бүгінгі және келер ұрпақтың есінде қалдыру.

Жүргізуші: Зылиха Тамшыбаеваның өмірі мен еңбек жолы жас ұрпаққа жарқын үлгі болып тарихта мәңгі қалады. Өскелең ұрпақ оның өнегелі жолын жалғастырады деп сенеміз. Зылиха апа – еліміздің, Жетісудың мақтанышы, еңбек майданындағы ұлағатты ұстаз.

Жүргізуші: Қаршадай күнінен бастап еңбекке араласқан қазақтың қарапайым біртуар қызы бүкіл ғұмырын туған жерін гүлдендіруге, ауыл тұрғындарының әлеуметтік — тұрмыстық жағдайын жақсартуға арнады.

Жүргізуші: Осы алып тұлғаның аңызға айналған жетістігі, шыққан биігі, қажырлы еңбегі туралы бүгін еске алудың сәті келген сияқты.

Жүргізуші: Ауыл шаруашылығы саласының шебер көшбасшысы атанған Зылиха Тамшыбаеваның өмірбаянын 5 — сынып оқушысы баяндап береді. (слайд көрсетіліп тұрады)

Жүргізуші: «Жетісу жұлдызы» әні орындалады./әні мен сөзі Темірбек Мизамбекұлыныкі/

Жүргізуші: Зылиха апайдың өнегелі өмірі, қажырлы еңбегі, азаматтық істері кейінгі ұрпаққа үлгі боларлық. Ол — өзінің қарапайым еңбегімен, қамқорлыққа толы көнілімен, жібектей жарқын жүзімен халқының жүрегіне жол тапқан Жетісудың маңдайында жарқыраған жұлдызы.

Жүргізуші: Зылиха Жанболатқызы Тамшыбаева 1981 жылы ауыл шаруашылығындағы айрықша әрі жемісті еңбегі үшін Социалистік Еңбек Ері жоғарғы атағына ие болды. Екі мәрте Ленин орденінің кавалері және «Октябрь Революциясы», «Еңбек Қызыл Ту», «Парасат», «Құрмет» ордендерімен марапатталды, «Қазақ ССР — інің еңбек сіңірген ауыл шаруашылығы қызметкері» құрметті атағына ие болды. Кеңес Одағы және Қазақстан Компартиясының бірнеше съездеріне делегат, Республика Жоғарғы Кеңесінің төрт мәрте депутаты болып сайланды. Бұл біздің елдің тарихында жазылып қалған мұрағат, өткен өмір күндерінің жемісті де жеңісті еңбек адамына көрсетілген зор құрмет еді.

Жүргізуші: Зылиха Тамшыбаева өзінің өмірі туралы оқырманға беретін тәлім — тәрбиесі мол «Жер туралы жыр» деген кітап жазды. Бұл шығармада оқырман қызығып оқитын, шексіз үлгі — өнеге шуағын төккен аяулы ана, ардақты жанның ғұмыр жолы бейнеленген.
Келесі кезекті әдеби монтажды тамашалау үшін мектебіміздің оқушыларына береміз. (Өлеңдері, арнаулары оқылады).
Еліміздің гүл — қызы
Жетісуда жағалай жасыл желек,
Қалаларын көркейткен биік терек.
Көк аспанға өзен — тау ылайық боп,
Туған жердің әркімге орны бөлек.
Еліміздің Гүл — қызы,
Маңдайдағы жұлдызы.
Көре берші қызығын,
Бақытты боп ұл — кызың.

Жүргізуші: Зылиха Жанболатқызын — қазақ қыздарына өшпес өнеге болатын ғажап тұлғаны прототип етіп алған Қуандық Шаңғытбаев пен Қанабек Байсейітовтің «Беу, қыздар — ай» пьесасынан, Еркеғали Рахмадиевтің «Жетісудың қыздар — ай» әніңен, Файзолла Абсолямовтың «Ее время пришло» деректі фильмінен де айқын көреміз.
Ақын Күләш Ахметова:
«Таңданам кеңдігіне даламыздың,
Айналған арқауына ән — аңыздың.
Туғызған қазақ деген жомарт халық,
Бірісің ғасырдағы дана қыздың!» — деп жүрек толғанысын білдірсе, Ақын Ахмет Кендірбекұлы:

«Жасынан еңбек болып ән ұраны,
Еліктеп өсті елімнің сан ұланы.
Алыстан ақ ордадай көз тартады,
Құт қонған шат — шадыман шаңырағы», — деп сырлы шумақтарын арнады. Тіршілігінде ғұмырнамасы сан шығармаларға арқау болған Зылиха Жанболатқызы Тамшыбаева Жетісу өңірінің ғана емес, тұтас қазақ халқының мақтанышына айналды.

Жүргізуші: Құрметті көпшілік, қадірменді қонақтар! «Өлі разы болмай, тірі байымайды» дегендей, алып тұлғалардың есімін, еліне сіңірген еңбегімен үлгілі ісін насихаттау, оларды ұрпақтан – ұрпаққа мирас етіп қалдыру – біздің азаматтық парызымыз.

Жүргізуші: Қоғам қайраткері, Жетісу өңірінің, тұтас қазақ халқының мақтанышы Зылиха Жанболатқызы Тамшыбаеваға арналған «Ел маңдайындағы ерен жұлдыз — Еңбек Ері Зылиха – қыз!» атты еске алу кешіміз өз мәресіне жетті.

Көріп тамашалағандарыңызға көп, көп рахмет.

«Көксу ауданы, Мұқыры ауылы
Жапсарбаев атындағы орта мектебі»
коммуналдық мемлекеттік мекемесі
математика пәнінің мұғалімі Ж. Ә. Сабырқұлова

Понравилась статья? Поделить с друзьями:
  • Аура детские праздники
  • Атомный флот россии праздник
  • Атомная промышленность россии праздник
  • Атом спорт праздник
  • Атмосферу праздника заряжают позитивом

  • 0 0 голоса
    Рейтинг статьи
    Подписаться
    Уведомить о
    guest

    0 комментариев
    Старые
    Новые Популярные
    Межтекстовые Отзывы
    Посмотреть все комментарии