Ауыл хужалы?ы эшс?нд?ре байрамына сценарий

Cкачать: Сценарий литературно-музыкального мероприятия "Ауылым тарихы - халҡым тарихы"

Ауылым
тарихы — халҡым тарихы.

(телдән
журнал)

Бүлмә боронғо башҡорт өйө итеп
йыһаҙландырыла. Юбилярҙарға арнап стенгазета эленә, китаптар күргәҙмәһе
урынлаштырыла. Плакаттар эленә:

1.     Ишек
асыҡ, сырай яҡты,

Ҡулыбыҙҙа тоҙ һәм икмәк.

2.     Барыһы
таныш, барыһы ғәзиз,

Ғүмер иткән төбәккенәм.

Һин булғанға мин бәхетле,

Һинһеҙ һулыр йөрәккенәм.

3.     Тыуған
өйөн белмәгән

Тыуған ауылын белерме?

Тыуған ауылын белмәгән

Тыуған илен белерме?

Уҡытыусы: Тыуған
ауыл, туған ил һәр кеше өсөн иң ҡәҙерле төшөнсәләрҙең береһе. Тыуған ауыл,
атай-олатайҙар нигеҙе, эсер һыуыбыҙ ошо ерҙә. Бөгөнгө кисәбеҙ ҙә ауылыбыҙ
тарихына бағышланған. Тарихи иҫтәлектәргә ҡарағанда ауылыбыҙға быйыл 240 йыл
булды. Уға нигеҙ һалыусы Хәмит Кейековтың атаһы Ғарифулла Кейековка — 155,
олатаһы Ғәли Соҡоройға 190 йыл тулды.

Журналдың беренсе бите.

1.     Күге
бейек, еле наҙлы,

Йәш
ҡыҙҙары һөйкөмлө

Ерҙә
берәй ауыл бармы?

Минең
ауыл шикелле.

2.     Ауылымдың
тауҙары бар

Тау
аҫтында талы бар,

Сылтырап
аҡҡан шишмәләре,

Һыҙылып
атҡан таңы бар.

3.     Бөҙрә
башлы ҡайындары,

Зифа
нарат, шыршылыр,

Аяҡ
баҫҡан эҙҙәреңдән

Шишмә
түгел, йыр сығар.

4.     Аҡ
көндәре, хәтфә төнө

Ҡояшы
бар, айы бар

Сәскә
тулы туғайҙары

Һәм
йырсы турғайы бар.

5.     Бер
йылмаям, бер моңаям

Уйға
ҡалам тағы ла,

Бәп-бәләкәс
ауылыма

Нисек
һыйған бары ла?

6.     Онота
алмам, ауылым, һағынырмын,

Айырылып
һинән китһәм дә,

Иҫкә
төшөрөп бер йыр йырлармын,

Һинең
яҡтан елдәр иҫкәндә.

Йыр
“Ауылым”Гөлнаҙ Адиева

Алып барыусы:
Тыуған ер… Тәү башлап тәпәй баҫҡан бәпкә үлән, наҙлап ҡосағына алған ҡояш
нурҙары, баш осонда тулҡынланған зәңгәр һауа, шифалы шишмә һыуҙары, туҡ та, ныҡ
та иткән ҡара икмәк һин. Инде нисә быуат үҙ халҡыңа шушы байлыҡтарыңды иркен
өләшеп, тәндәренә көс, йәндәренә илһам биреп йәшәтәһең. Тыуған сәғәтеңдән алып
нисәмә-нисә быуын көн күрҙе һиндә, фиҙәҡәр хезмәт, гөрләтеп бәйрәм итеп йәшәне.
Олатайымдың  олатаһына, ата-бабаларыма ғүмер биргәнһең, иң ғәзиз кешеләрем ошо
тупраҡта көн итеп, үҙенән һуң эҙ ҡалдырған. Миңә лә бит ғүмер башланғысын һин
биргәнһең, Яңғыҙ-Наратым!

Алып барыусы:
Һиндә тыуҙым, ауылым. Һиндә үҫтем,

                           
Гүзәл тәбиғәттең эсендә.

                           
Төрлө уйын уйнап, йырҙар йырлап,

                           
Иртәһен дә һәм дә кисен дә.

Тарихи мәғлүмәттәргә
ҡарағанда, ауылыбыҙға нигеҙ ташын Соҡор ауылынан килгән Хәмит атлы кеше һала.
Бөйөк Кейековтар нәселенән булған типһә тимер өҙөрҙәй был ир уҙҙаманды урман
эсенә килеп төпләнергә нимә мәжбүр иткән һуң?

Алып барыусы:
Пугачевтың батшаға ҡаршы баш күтәреп яу сапҡан  соро була был. Хәмиттең атаһы
Шәриф Кейеков, батша армияһы сафтарында көрәшеп, каһарманлығы өсөн юғары бүләк
яулаған яугир булараҡ, Пугачев ғәскәре яҡлы булған улынан баш тарта, рәсми
документтарҙа ла Хәмитте үҙ балаһы итеп күрһәтмәй. Тик ғауғалы сорҙар үткәс
кенә Шәриф уға йөҙ менән борола.

Алып барыусы:
Ауылымдың тарих битен асып, күҙ һаламын уға һаҡ кына. 1776 йыл. Шәриф улы Хәмит
– Соҡор ауылы егете ошо гүзәл ергә килеп, нигеҙ ҡорған, йорт тергеҙеп, ауылым
тарихын башлап ебәргән. Һәм 1795 йылда 67 кешеһе булған 11 йортло “Яңғыҙ-Нарат”
ауылы булып, рәсми документтарға теркәлгән. Хәмит ауыл тигән атама иҫә бары тик
халыҡ күңелендә  һаҡланып, быуындан-быуынға үрелә-үрелә бөгөнгә ҡәҙәр килеп
еткән.

Яҡташыбыҙ, аулдашыбыҙ Ф.
Шәкирйәнов шиғыры “Хәмит ауылы” уҡый Адиева Гөлнаҙ

Ерҙә күпме бөйөк кешеләр
бар,

Тарих биттәренә ингәндәр.

Тыуған йылы, исемдәре
төрлө,

Үҙҙәре лә төрлө илдәрҙән.

Ерҙә күпме бөйөк кешеләр
бар

Таныш ҡала, ауыл, өйҙәрҙә.

Булдым әле ләкин Хәмит
бабай

Тураһында бөгөн һөйләргә.

Шундай матру ерҙе нисек
тапҡан?

Башлап килеп бында
ултырған.

Тәүге усаҡты ул
тоҡандырған,

Тәүге йортҡа ул нигеҙ
ҡорған.

Килер быуын өсөн тырышҡан
ул,

Ҡыумаған дан, исем
артынан.

Тик  яҡшылыҡ ҡына тороп
ҡалған,

Ябай ғына ауыл ҡартынан.

Белмәй ҙә ул үҙе: хәҙер
ауыл

Хәмит ауыл тип атала.

Тарих биттәрендә юҡ
исеме,

Халыҡ күңелендә һаҡлана.

Алып барыусы:
— Ә Хәмит Кейековтың нәҫелдәрен белеп булмаймы?

        
Әлбиттә була. Бының өсөн беҙгә “Табын
ҡәбиләһенең ҡара табын ырыуы шәжәрәһе” тигән яҙмалар менән танышырға кәрәк.

Таныштыра
Ләйсән Солтанова.

Алып барыусы: Күренекле
башҡорт шағиры Ғәли Соҡорой (Мөхәмәтғәли Ғабделсалих улы Кейеков) 1826 йылда
Башҡортостандың Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылында тыуған. Ете йәшенән егерме
бер йәшенә тиклем Бөрө һәм Минзәлә өйәҙҙәренә ҡараған биш мәҙәрәсәлә уҡый. 1849
йылда Стәрлебаш мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Унда шағир Шәмсетдин Зәкиҙең һабаҡтарын
ала. Уҡып сыҡҡас, шул уҡ мәҙрәсәлә уҡытырға ҡала. 1852 йылда ул тыуған ауылы
Иҫке Соҡорға даими йәшәргә ҡайта.

Алып барыусы:
Ғали Соҡоройҙоң  әйтеүенә ҡарағанда , ул 17 йәшендә тәүге шиғырҙарын яҙа. Ул
күп яҙа һәм китаптары бер-бер артлы баҫылып сыға. Уның һәммәһе ун китабы донъя
күрә. Шуларҙың дүртәүһе үҙе иҫән сағында баҫыла. Бына уларҙың исемдәре: “Ғәли
ынйылары”, “Шәм яҡтыһы”, “Оҡшашын өҫтәү”, “Ҡазанды маҡтау”. Әйтергә кәрәк ,
шағирҙың күпселек әҫәрҙәре ҡулъяҙма хәлендә ҡалған. Был ҡулъяҙмалар бөгөн
Башҡортостан  Зәки Вәлиди исемендәге китапханаһында, Рәсәй Фәндәр академияһы
Өфө ғилми үҙәге архивнда һәм китапханаһында, Рәсәй Фәндәр академияһы Көнсығышты
өйрәнеү институтының Санкт-Петербург бүлеге фондында һәм шәхси архивтарҙа
һаҡлана.

Алып барыусы:
Бөгөнгө көндә беҙ Гәли Соҡоройҙоң 1995 йылда сыҡҡан “Шәм яҡтыһы” тигән китабын
уҡый алабыҙ. Уның авторы – филология фәндәр кандидаты Миңнеғәли Нәзерғолов.

Китаптың бересе өлөшөндә
“Фасли яҙ”, “Фасли кыш”, “Ырыуым тарихы” , “Яҙ көнө”, “Мин шәкерт”, “Инде ни
эшләргә?” һ.б. бик күп шиғырҙары урын алған.

“Шәм яҡтыһы” китабының
икенсе өлөшөндә сәсмә әҫәрҙәр урын алған. “Ауылдағы шөғөлөм” хикәйәһендә ул
“Беҙ урман башҡорттары буламыҙ. Ирәкте башҡортоноң иң ғали михнәтле фәреғе
булып торамын”, тип яҙа.

Шиғырҙар яҙған,
хажнәмәләр  яҙған,

Туған яғын, ерен маҡтаған.

Ярай әле беҙнең яҡта
тыуған,

Сит ерҙәрҙә ярай ҡалмаған.

Рауза Нуртдинова шиғыры
“Ғәли Соҡоройға” Хөснийәров Илнаҙ

Төрлө яҡҡа ынйы-мәрйән
кеүек

Һибелгәндәр һинең
оноҡтар.

Ваҡыт уҙған һайын һинең
менән

Гел кинәйә рухи офоҡтар.

Һинең менән беҙҙә юл
табабыҙ

Аҙашмайса ҡибла яғына.

Хәтерҙәрҙә гел-гел яңараһың

Иҙел-Урал һине һағына.

Алып
барыусы:

Кейековтар
менән танышыуҙы дауам итәбеҙ. Ул Ғәли Соҡоройҙоң  улы Ғарифулла Кейеков булыр.
Тарихта тәрән эҙ ҡалдырған – ғалим, әҙип, мәғрифәтсе.

Алып
барыусы:

Бөйөк
мәғрифәтсе Ғали Соҡоройҙоң бишенсе улы Ғарифулла Кейеков 1861йылдың 4 апрелендә
Иҫке Соҡор ауылында донъяға килгән. Белемгә ынтылыусы малай тәүҙә атаһы
мәҙрәсәһендә, артабан Минзәлә өйәҙенең Шығай, 187 йылда Ҡазандағы  “Апанай”
мәҙрәсәләрендә һабаҡ ала.

Ғарифулла
Кейеков 1882 йылда батша армияһына хәрби хеҙмәткә алына.

Башта
Курск губернаһының Белгород ҡалаһында, артабан алты йылға яҡын Харьковта хәрби
фельдшер булып хеҙмәт итеп, унтер-офицер чинында тыуған ауылына ҡайта.

Алып
барыусы:

 Уҡыуға
теләге көслө булыу 1888 йылда уны йәнә “Апанай” мәҙрәсәһенә алып килә. Бер
йылдан, атаһының сәләмәтлеге насарланыуы сәбәпле, уҡыуҙы ташлап ҡайтырға мәжбүр
була. Иҫке Күрҙемдә мөғәллимлек итә башлай. 1891 йылда ауыл халҡы ярҙамы менән
ике ҡатлы мәҙрәсә һалдырып, яңыса уҡытыуҙы ойоштороп ебәрә. Шул уҡ ваҡытта
муллалыҡ эшен дә алып бара. Ике тапҡыр Өфөгә Рәсәй һәм Европа илдәре
мосолмандарының диниә назаратына барып, имтихан тапшыра. Идара ҡарарҙары
буйынса 1891 йылда имам-хатиб,1893 йылда ахун дәрәжәһенә күтәрелә.

1891
йылда хажға барып, һигеҙ ай йөрөп ҡайта.

Алып
барыусы:

 «Ризалыҡ
сығанағы» исемле тәүге китабы 1900 йылда Ҡаҙанда баҫылып сыға.Унда автор
атаһының тормошон һәм ижади эшмәкәрлеген яҡтырта.

1903
йылда Ғарифулла Кейековтың «Балалар өсөн рифмалар» исемле китабы донъя
күрә.1909 йылда “Шура”журналы уҡыусыларға әҙәби тел хаҡында фекер алышырға
саҡырып мөрәжәғәт иткәс, Ғәрифулла Кейеков башҡорт әҙиптәренән беренселәрҙән
булып туған теленең хоҡуҡтарын яҡлап сығыш яһай.

Алып
барыусы:

Мәҙрәсәлә
уҡыған сағында уҡ ул туған халҡының тарихы менән ҡыҙыҡһына башлай. Ауылдан
ауылға йөрөп,иҫке китаптар,ҡулъяҙмалар , боронғо ҡәбер таштарындағы яҙыуҙар
күсермәләрен йыя,оло быуын кешеләренән риүәйәттәр, легендалар һөйләтә, тарихи
баҫмалар, рәсми документтар менән таныша, айырым текстарҙы башҡорт теленә
тәржемә итә.

Алып
барыусы:

Бар
булмышын халҡына хеҙмәт итеүгә бағышлаған Ғарифулла Кейековтың ғүмере аяныслы
өҙөлә.1918 йылдың 19 сентябрендә Бөрөлә мөғәллимдәр мәктәбендә уҡып йөрөгән
ҡыҙҙары Хәнифә менән Зөһәйрәне алып ҡайтҡан ваҡытта мулла булғаны өсөн генә
ҡыҙылдар тарафынан үлтерелә. Китапханаһындағы китаптарын урамға сығарып
яндыралар. Күпме тарихи байлыҡ, ҡабатланмаҫ ҡулъяҙмалар бына шулай юҡҡа сыға.

Алып
барыусы:

Халыҡ
бөйөк улын онотмай.

Бөйөк 
шәхестәрҙең беҙгә мираҫ итеп ҡалдырған аманаттары беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй һәм
йәшәйәсәк.

Алып
барыусы:

Ауылыбыҙҙа Кейековтарҙың нәҫел тамыры таралған, тармаҡланған. Был нәҫел
тамырҙары ауылыбыҙға шағирҙар, бейеүселәр, йырсылар һәм тағыла бик күп төрлө
һөнәр эйәләре биргән.

М.
Гәрәева шиғыры “Яңғыҙ-Нарат” уҡый Зайдуллина Алһыу.

Алып
барыусы:

Ауылыбыҙ Яңғыҙ-Наратта  данлыҡлы Кейеков фамилияһы мәңгеләштерелгән. Ете
урамдың береһе Кейеков урамы тип йөрөтөлә.

Ауылымда – ете
урам,

Үтәм мин
урап-урап.

Күңелдәге
һағыштарҙы

Бушатам йырҙар
йырлап.

“Ауылым
ҡайындары” йырлай Хаматнуров Ленар.

Алып
барыусы:

Бөгөн ауыл етеш тормошло, һоҡланғыс яҙмышлы кешеләр йәшәгән 175  хужалыҡтан
торған, 500 кешеһе булған ҙур ауылдарҙың береһе. Ауылдың төҙөклөгө, урамдарҙың
таҙалығы бында уңған, тырыш кешеләр йәшәүен раҫлай. Яңғыҙ-Наратта илһамлы,
шиғри күңелле кешеләр тыуған. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ. Миләүшә Гәрәева,
Финат Шакир шиғырҙары күрше өлкәләрҙә лә танылыу алған. Уларҙың шиғырҙарына
көйҙәр һалынған.

Алып
барыусы:

Тәтешле яҡтарының серле матурлығы ла тап шунда – шағирҙар төйәге ул. Башҡорт
мәғрифәтсеһе, шағир Ғәли Соҡоройҙан башлана уның тарихы.

Ҡыҙҙар
башҡарыуында йыр“Тәтешлем”, ауылдашыбыҙ М. Гәрәева һүҙҙәре.

Алып
барыусы:

Ысынлап та, ауылыбыҙ шағир, шағирәләргә бик бай, тик уларҙың күбеһенең исеме
дан алмаған, шиғырҙары китап булып баҫылып сыҡмаған. Шундайҙарҙың береһе —
яратҡан уҡытыусыбыҙ,илһам эйәһе, Лилия Гәҙелкарам ҡыҙы. Үҙенең фәлсәфәүи
йөкмәткеле шиғырҙары менән беҙҙе таң ҡалдыра.Тыуған ауылы Яңғыҙ-Наратҡа арнап 
яҙған шиғырҙары ла бик күп.

Л.
Шәкүрова  шиғыры “Туған яғым – нарат иле” һөйләй 5 класс уҡыусыһы Солтанова
Нурия

Туған
яғым – нарат иле, —

Хәмит
бабай төйәге.

Изге
шишмә хасил иткән

Мәғүрбана
һөйәге.

Урмандары
күккә ашҡан,

Уңдырышлы
баҫыулы.

Ситтә
йөрөгәнгә — бәхет, —

Тыуған
ергә ҡайтыуы.

Һауаһы
саф, иркен һула!

Ҡуш
услап һыуын уртла;

Ҡояш
өләшә йыл буйы

Нурын
тигеҙ һәр йортҡа!

Ҡоромаһын
тамырҙарың,

Төйәгем
Яңғыҙ-Нарат

Халҡың
һөйөнөп теләһен

Килер
йылдарың һанап.

Бәхет
күҙенә ҡарап!

Алып
барыусы:

Ауылды онотмайыҡ,

                           
Шишмәне ҡоротмайыҡ.

                           
Йән керетәйек әле тыуған ергә.

                           
Кистәрен йыйылып, гармунға ҡушылып,

                           
Һайрашып йырлайыҡ әле бергә.

“Гармун
моңо” йырлай Ғайсин Айнаҙ

Алып
барыусы:

Ауылыбыҙ тарих булып ҡына ҡалмаһын, йорттарҙа уттар һүнмәһен, урамдар  гөрләп
торһон. Беҙгә, йәш быуынға, атай-олатайҙарҙың аманаты шул: ауылды нисектә булһа
һаҡларға, ер йөҙөнән юғалтмаҫҡа.

Йыр “Гүзәл ерем”
Гөлсәсәк Фатхуллина

Ҡояш йылы нурын
һуҙа ергә,

Күҙ алдымда бөрө
уяна.

Сабый бала төҫлө
ғәжәпләнеп

Исем китеп ҡарайым
донъяға.

Ниндәй гүзәл ерем,
йәшел бишегем,

Һис һоҡланып
туймайым мин уға.

Сабый бала төҫлө
ғәжәпләнеп

Исем китеп ҡарайым
донъяға.

Тәҙерәгә бер ҡош
килеп ҡунған

Эй талпына инде,
ҡуана.

Мин ғашиҡмын ошо нәни
ҡошҡа,

Мин ғашиҡмын яҡты
донъяға.

Юлға чыҡсам юлым
оҙон, сикһеҙ,

Юлдаштарым әйбәт
юлдарҙа.

Мин ғашиҡмын ошо
кешеләргә,

Мин ғашиҡмын яҡты
донъяға.

Уҡытыусы: Нигеҙҙәрҙе
ҡоротмайса, ата-бабаларҙың рухына тоғро булып йәшәйек.

Уҙған йомала районыбыҙҙың ауыл хужалығы эшсәндәре һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләргә район мәҙәниәт һарайына йыйылды. Күтәренке кәйеф, яҡты йөҙ, ҙур теләк менән килделәр байрамға. Шулай булырға те-йеш тә: тәбиғәт үҙенең көйһөҙлөктәре менән уларҙың рухын нисек кенә һындырырға тырышмаһын, маҡсатына ирешә алмай. Бындай һынауҙарға баҫыу батырҙары үҙҙәренең оҫталығын, ергә тоғролоғон, ныҡышмалылығын ҡаршы ҡуйып, матур һөҙөмтәләргә өлгәшә.

Ауыл эшсәндәренең байрам шатлығын уртаҡлашырға мәртәбәле ҡунаҡтар: БР Ауыл хужалығы министрлығының иҡтисади анализ һәм планлаштырыу бүлеге начальнигы Айҙар Сәйетов, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Рөстәм Рәшит улы Аҡбашев, “Мәләүез шәкәр заводы” генераль директоры Альберт Бикташев, “Красноусол” шифаханаһы директоры Фаяз Харис улы Мәжитов килгәйне. Шулай уҡ хужалыҡтар етәкселәре, ауыл хужалығы алдынғылары, тармаҡ ветерандары, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм предприятие-учреждениеларҙан вәкилдәр ҡатнашты.

Сара башланырҙан алда район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнзил Сыңғыҙов һәм ҡунаҡтар мәҙәниәт һарайы фойеһында районыбыҙ уңғандары – эшҡыуар-фермерҙар тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле күргәҙмә менән танышып сыҡты. Улар араһында “Ғафури һөтө” ЯСЙ-е, “ШЭ Маннанов А.Б.”, “ШЭ Алиян М.Ш.”, “ШЭ Шаймарҙанов М.Р.” (Сәйетбаба ауылында сыр етештереүсе), “Красноусол” ҡулланыусылар йәмғиәте, “Фомин” икмәкханаһы, “Күркәм дөйәғош” КФХ-һы, Красная поляна утарынан Сергей Тимофеев һәм башҡалар бар ине.

Тантаналы сара бейеүселәрҙең игенсегә дан йырлау композицияһы менән асылып, хөрмәтле ҡунаҡтар быйылғы яңы уңыш ононан ҡабарып бешкән икмәктән ауыҙ итте. Байрам сараһын алып барыусылар Рәзилә Хәбибуллина менән Хызыр Нәзиров кисәне асып, ҡунаҡтар менән таныштырып үткәндән һуң, тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнзил Сыңғыҙовҡа бирҙе.

— Бөтөн ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәт коллективтарын Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән тәбрикләйем, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек теләйем, — тине Фәнзил Фәйез улы. – Бөгөн күп йыллыҡ традицияға ярашлы, байрам тантанаһына ысын һөнәрмәндәр, үҙ эшенә бирелгән, ергә ереккән — райондың иң яҡшы аграрийҙары йыйылған. Райондың ауыл хужалығы эшсәндәре үҙҙәренең һөнәри байрамын лайыҡлы ҡаршылай: ауыл уңғандары иген, шәкәр сөгөлдөрө уңышы менән һөйөндөрҙө, һөт һәм ит етештереү артты, малдар ҙа туҡ ҡышлаясаҡ.

Бөтөн агротехник талаптарҙы үҙ ваҡытында үтәү һәм һауа шарттарының һәйбәт булыуы һөҙөмтәһендә бөртөклөләрҙән һәйбәт – һәр гектарҙан уртаса 23,6 центнер (республика күрһәткесенән юғарыраҡ) уңыш үҫтереп алынды. “Татлы тамыр” майҙандары 3066 гектарҙы биләп, уңышын йыйып алыуҙа хужалыҡтарҙың ныҡышмал һәм тырыш хеҙмәтен билдәләп үтергә кәрәк. Быйыл ауыл хужалығы предприятиелары шәкәр заводына 112 мең тоннанан ашыу “татлы тамыр” тапшырҙы, тулайым йыйым 122681 тонна тәшкил итте. Республика буйынса был культураның уртаса гектар ҡеүәте – 319 центнер булһа, ә районда һәр бер гектар 400 центнер уңыш бирҙе. Уңышлы эшләү һөҙөмтәһендә ра-йон һәр йылдағыса бы-йыл да был төшөмлө культура күрһәткестәре буйынса республикала тәүге өсәү иҫәбенә инеп, бары тик Өфө районынан ғына ҡалышып, икенсе урынды яуланы, — тип был тәңгәлдә үҙ өлөшөн индергән хужалыҡтарҙы барлап үтте сығыш яһаусы. — Районыбыҙ малсылары ла һөнәри байрамдарын уңышлы ҡаршылай. Ра-йон буйынса 18226 баш һыйыр малы иҫәпләнеп, шуның 7679 башы һауын һыйырҙары, 2878 баш йылҡы малы, ҡоштар – 111, сусҡалар 1430 баш, 19000 бал ҡорто ғаиләһе иҫәпләнә, — тип сығышын дауам итте Фәнзил Фәйез улы. – 10 айҙа хужалыҡтарҙа 26 мең тонна, шул иҫәптән ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында 4666 тонна һөт, 2688 тонна һыйыр һәм ҡош ите етештерелгән. Был күрһәткестәр былтырғы кимәлдә. Һәр һыйырҙан 3482 килограмм һөт һауыла (107,3 процент).

Бөгөнгө күргәҙмәлә күреүегеҙсә, Ғафури эшҡыуар-фермерҙары бер нисә төрлө сыр, ҡымыҙ, башҡа һөт продукциялары етештерә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, “Ғафури һөтө” кооперативы һөттө ҡаптарға тултыра башланы. Киләсәккә пландары – колбаса цехы асыу, быға алынған грант ярҙамға киләсәк. Районыбыҙ хужалыҡтары республика маҡсатлы программаларында әүҙем ҡатнаша. 2012 йылдан алып 23 фермер дөйөм 41,9 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алды. Беҙ артабан да ауыл хужалығын үҫтереүгә ярҙам программаларында ҡатнашырға, малсылыҡ объекттарының төҙөлөшөн дауам итергә тейешбеҙ. Ауыл хужалығында әлегә проблемалар етерлек, был хаҡта беҙ беләбеҙ, һәм уларҙы хәл итеү өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ, — тине һәм йәнә бер тапҡыр ауыл хужалығы эшсәндәренә, бигерәк тә бөгөн үҙҙәренең бай тәжрибәләрен йәш белгестәр менән ихлас уртаҡлашҡан тармаҡ ветерандарына тәбрик һүҙҙәрен еткереп, Фәнзил Сыңғыҙов сығышын йомғаҡланы. Һәм крәҫтиән-фермер хужалығы етәкселәренә “БР-ҙа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” билдәһен, Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһын һәм Рәхмәт хатын, ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ бер төркөм алдынғыларҙы район Советының һәм хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләне.

Артабан БР Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле Айҙар Сәйетов байрамға йыйылыусыларҙы республика Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы исеменән тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе һәм байрамды ауыл хужалығы эшсәндәре һәйбәт һөҙөмтәләр менән ҡаршылауын билдәләп үтте. Бер төркөм алдынғыларҙы Башҡортостан Республи-каһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләк-ләне.

Район хакимиәте баш-лығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Рөстәм Рәшит улы Аҡбашев ауыл хужалығы эшсәндәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, йәнә бер төркөм алдынғыларға район хакимиәтенең Дип-ломдарын һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.

“Красноусол” шифа-ханаһы директоры Фаяз Харис улы Мәжитов та байрамға буш ҡул килмәгән. Ауыл хужалығы алдынғыларына атап шифаханала ял итеү һәм сәләмәтлектәрен нығытыу өсөн 6 сертификат тапшырҙы.

Дөйөм алғанда, районыбыҙҙың ауыл хужалығы эшсәндәренә дан йырлау байрамы йылы шарттарҙа үтте. Сығыш яһаусыларҙың һәр береһе игенсе, малсы һөнәренең бөйөклөгөн һыҙыҡ өҫтөнә алып, фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Район мәҙәниәт һара-йы артистарының, “Красноусол” шифаханаһы һәүәҫкәрҙәренең, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларының сағыу сығыштары байрамға биҙәк өҫтәне һәм һәр кемдең күңеленә хуш килде. Байрам сараһы “Ғафури гимны” менән тамамланды.

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

Иғтибарығыҙға мәктәп уҡыусылары өсөн Яңы йыл иртәлеге сценарийы тәҡдим итәбеҙ. Ҡыҙыҡлы уйындарын да өйрәнеп алығыҙ!
Авторы Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева.

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

Алтын сәсле Ҡарһылыу

Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева

Мәктәп уҡыусылары өсөн Яңы йыл иртәлеге сценарийы

Ҡатнашалар:

Әкиәтсе

Ҡыш бабай

Алтын сәсле Ҡарһылыу

Ун ике Ҡар ҡыҙы

Аҡъегет

Аҡъегеттең ете ағаһы

Ҡуян

Аҡ бүре

Шүрәле

Юха

I күренеш

Зал биҙәлгән. Уртала матур итеп биҙәнгән урман һылыуы – шыршыҡай урын алған. Төрлө кейемдәрҙәге балалар байрамдың башланыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Әкиәтсе инә.

Әкиәтсе:

 – Һаумыһығыҙ, балалар! Афарин, ҡарлы-буранлы һыуыҡтан ҡурҡып тормағанһығыҙ, бөгөнгө байрамға ҡыуанышып килеп еткәнһегеҙ. У-у, бында балалар ғына түгел, ҡуяндар ҙа, күбәләктәр ҙә, хатта кеше-үрмәкселәр ҙә бар икән. Ә мин – Әкиәтсе. Мин булған ерҙә мөғжизәләр тыуа, донъя үҙе әкиәткә әйләнә. Тик яуызлыҡтар ғына әкиәттә ҡала, ә изгелектәр иһә беҙҙең менән ысынбарлыҡта йәшәй. Алда беҙҙе матур әкиәт көтә. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ әле, балалар, бергәләшеп йырлашып, әйләнеп алайыҡ!

Балалар, түңәрәктәр яһап тороп, йырлай-йырлай әйләнә. Шул саҡ ҡапыл ут һүнеп, кире яна. Ҡурҡыныс ауаздар ишетелә.

Әкиәтсе:

  • Абау, ни булды? Балалар, тауышланмағыҙ, бында кемдер килә, ахырыһы… Бәй, яуыз Шүрәле үҙенең тоғро хеҙмәтсеһе Юха менән килә ята бит! Әйҙәгеҙ, ситкәрәк китәйек! Барығыҙ ҙа миңә ҡарағыҙ әле! Әпсен-төпсөн, барыһы ла бөтһөн, бәшмәк үҫһен! (Әкиәтсе таяғы менән һелтәнә). Булды! Улар беҙҙе бәшмәктәр үҫеп ултыра икән, тип уйлаясаҡтар.

Шүрәле менән Юха инә. Улар икеһе лә имәнес ҡиәфәттә.

Шүрәле:

  • Тә-әк, Ерҙә алтын сәсле ҡыҙҙар бөттө, тиһең инде, ә?

Юха тубыҡланып, Шүрәлегә табан шыуышып килә:

  • Эйе шул, батшам! Бер бөртөк тә алтын сәсле ҡыҙ ҡалманы…

Шүрәле уның алҡымынан матҡып тотоп ала:

  • Яңы йыл алдынан ундай ҡыҙҙарҙың алтын сәсен ҡырҡһам – ваҡыттың туҡтаясағын, ә сәстәренән арҡан ишеп, муйыныма бәйләһәм, унда күпме сәс бар – шул тиклем йылға минең ғүмеремдең оҙонаясағын һин оноттоңмо әллә? Һин үҙең дә йәшәрәсәкһең бит!

Юха:

  • Юҡ, юҡ, онотманым да ул…

Шүрәле (Юханы этеп ебәрә):

  • Улайһа, бар, хәҙер үк миңә алтын сәсле ҡыҙҙы табып килтер!

Юха:

  • Эйе, эйе, батшам… (Юха сығып барышлай) Ҡара әле, ҡайһылай бында бәшмәктәр күп икән ул. Эй, мин бәшмәк яратам да ул! (Ул шатлана-шатлана ерҙән бәшмәк йыя башлай).

Шүрәле:

  • Нимә тинем мин һиңә, алйот!!!

Юха:

  • Ә-ә, эйе, эйе, батшам. Хә-хә-хәҙер, ки-ки-килтерәм!

Юха башын аҫҡа эйеп сыға. Шүрәле тегеләй-былай йөрөй һәм сыға.

Әкиәтсе:

  • Уф, беҙҙе танырҙар икән, тип ҡотом осҡайны. Әпсен-төпсөн, тылсым бөтһөн! Балалар, һеҙ хәҙер кире үҙегеҙ булдығыҙ. Ҡарағыҙ әле, былар бит тағы ла яуызлыҡ эшләргә уйлай. Ишеттегеҙме, ваҡытты туҡтатмаҡсылар! Улайһа, беҙ Яңы йылһыҙ ҡаласаҡбыҙ бит! Тороп тороғоҙ әле, Шүрәле менән Юха (улар киткән яҡҡа бармаҡ иҙәй), мин дә бар бит әле! Балалар, мин Шүрәле менән Юханың артынан китәйем. Улар яуызлыҡтар ҡылмаһын өсөн халыҡты иҫкәртәйем. Бәлки, үҙҙәре лә ҡылғандарының яҡшы түгеллеген аңлап, кире тәүбәгә ҡайтыр. Ярай, осрашҡанға тиклем һау булып тороғоҙ!

Әкиәтсе сыға.

II күренеш.

Талғын ғына көй уйнай. Залға бейей-бейей Ҡар ҡыҙҙары инә.

  • Беҙ, беҙ, беҙ инек,

Беҙ ун ике Ҡар инек,

Һыуға төштөк – боҙ булдыҡ,

Утҡа индек – һыу булдыҡ,

Ҡыш бөткәйне – юҡ булдыҡ!

Ҡарһылыу инә. Ҡар ҡыҙҙары уны уратып ала.

Ҡарһылыу:

  • Һаумыһығыҙ, һеңлеләрем! Беләһегеҙме, тиҙҙән Ергә тағы ҡыш киләсәк. Минең менән быйыл да Ергә төшкөгөҙ киләме?

Ҡар ҡыҙҙары:

  • Килә! Килә! Ҡарһылыу апай, һинең теләгән әйберҙе күрһәтә торған серле көҙгөң бар бит әле — шуны биреп тор әле! Минең Ерҙе күргем килә!
  • Минең дә!
  • Минең дә!

Ҡарһылыу:

  • Әйҙәгеҙ, бергәләп ҡарайыҡ!

(Ярым түңәрәккә тороп алып көҙгөгә текәләләр)

Ҡар ҡыҙҙары:

  • Ҡарағыҙ әле, былтырғы күрше ҡыҙының санаһын тартып алып илатҡан малай шул ҡыҙ менән баҡсала һарғайып кипкән япраҡтарҙы йыя. Ә теге, әхирәтенең матур күлдәгенән көнләшеп, уның портфеленә елем ҡойған ҡыҙыҡайсы, ҡарағыҙ, шул уҡ әхирәтенең тыуған көнөнә ҡулъяулыҡ сигеп ултыра түгелме? Ҡыҙҙар, һиҙәһегеҙме, Ерҙә яуызлыҡ бөтөп бара бит! Юҡ, бөтмәгән икән әле. Ҡара, ҡара, былтыр беҙҙән тау яһап, балаларға байрам эшләгән егетте ағайҙары рәнйетә түгелме?  Эйе шул. «Һин беҙгә оҡшамағанһың, бигерәк йомшаҡ күңеллеһең, ҡыҙҙар һымаҡһың. Ҡулыңдан бер эш тә килмәй!» – тип бигерәк  кәмһетеп ташланылар бит! Исеме Аҡъегет икән. Ни эшләп ҡулынан бер ни ҙә килмәһен, ти! Балаларға байрам бүләк итеү – иң ҙур эш бит ул!

Ҡарһылыу (ситкә китеп, ҡулдарын түшенә ҡуйып ипләп кенә):

  • Аҡъегет!!!

Шул саҡ ҡулына глобус тотҡан Ҡыш бабай килеп инә.

  • Эһем, эһем, ҡыҙҙар-йондоҙҙар! Ни менән мәшғүлһегеҙ ул?

Ҡар ҡыҙҙары көҙгөнө тиҙ генә Ҡарһылыуҙың кеҫәһенә тыға.

Ҡыш бабай:

  • Бына Ерҙе күрәһегеҙме? (Ул глобусты әйләндерә). Ундағы күпселек халыҡ ҡышты көтә. Яңы йылға ла бик аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Ҡыштың илселәре итеп мин һеҙҙе Ергә ебәрәм. Халыҡ байрамға нисек әҙерләнә икән?

Ҡар ҡыҙҙары:

  • Уй, рәхмәт олатай! (Ҡар ҡыҙҙары Ҡыш бабайҙы һырып алып, сикәһенән үбә). Әйҙәгеҙ, остоҡ, Ҡыҙҙар-йондоҙҙар!

Ҡыш бабай:

  • Барығыҙ, барығыҙ! Мин Яңы йыл кисендә килеп етермен! Тик һаҡ йөрөгөҙ!

Улар сыға. Талғын көй. Ҡар ҡыҙҙары кире йүгереп инә. Был юлы улар – Ерҙә. Улар көй ыңғайына бейей.

  • Бына беҙ Ерҙә! Бәй, бында балалар байрамға йыйылған бит! Беҙ үҙебеҙ байрамға саҡ-саҡ һуңламай ҡалғанбыҙ икән. Әйҙәгеҙ, балалар, уйындар уйнап алайыҡ.

Күмәк уйындар. Ҡарһылыу инә.

Ҡарһылыу:

  • Һаумы, Ер! Һаумыһығыҙ, балалар! Бына тағы һеҙгә ҡунаҡҡа килдек. Һеҙгә тик аҡлыҡ, сафлыҡ ҡына килтерҙек. Яуызлыҡты юҡҡа сығарырға, Яңы йылды бүләк итергә тип килдек беҙ һеҙгә!

Ошо саҡта артта Юханың килеүе күренә. Ул, Ҡарһылыуҙы күреп, ҡулдарын ыуа:

  • Әһә, алтын сәсле ҡыҙыҡай!

Юха йәшенә һәм Ҡарһылыуҙың һөйләгәнен ҡулын ҡолағына ҡуйып тыңлай.

Ҡарһылыу (үҙ алдына):

  • Быйыл мин оло тулҡынланыу менән килдем! Хыялымда йөрөгән аҡ уйлы егетте күргем килә! Исеме Аҡъегет икән. Риза булһа, мин уны үҙебеҙгә – мәңге Ҡыш иленә алып китер инем. Әгәр риза булмаһа? Мин бит бында ҡала алмайым! Унһыҙ ни эшләрмен?..

Ҡарһылыу илай, уны Ҡар ҡыҙҙары йыуата. Юха шул арала ҡайҙандыр аҡ кейем табып кейә, битлеген сисеп, матур егеткә әүерелә.

Юха-Аҡъегет:

  • Һылыу, һиңә ни булды? Ни эшләп илайһың?

Ҡарһылыу ( уны күреп тертләп китә):

  • Аҡъегет?

Юха-Аҡъегет:

  • Эйе, минең исемен Аҡъегет. Ә һин ҡайҙан беләһең?

Ҡарһылыу (оялып ҡына):

  • Э-э, мин – Ҡарһылыу. Былтыр һинең балаларға ҡарҙан бейек тау эшләгәнеңде күҙәтеп торғайным…

Юха-Аҡъегет:

  • Ә, беләһеңме, мин быйыл да балаларға ҙур бүләк әҙерләнем. Ул урман ситендәге бер мәмерйәлә. Әйҙә, мин һине шунда алып барам!

Ҡарһылыу:

  • Урман ситендәге мәмерйәгә икәүләп барһаҡ, улай килешерме?

Юха-Аҡъегет:

  • Килешер, килешер. Әйҙә, әйҙә! Ул бүләктәрҙе кемгә бирергә икәнен белмәйем, һин миңә ярҙам итерһең.

Ҡарһылыу:

  • Ярай, улайһа. Мин хәҙер! (Ҡар ҡыҙҙарына) Һеҙ бында балалар менән уйнай тороғоҙ, беҙ хәҙер Аҡъегет менән бүләктәр алып киләбеҙ!

Ҡарһылыу кеҫәһенән көҙгөһөн алып, йәшереп кенә ҡарап, сәстәрен төҙәтеп ала. Әммә кеҫәһенә тыҡҡан саҡта яңылыш көҙгөһө төшөп ҡала.  Юха-Аҡъегет менән Ҡарһылыу сыға.Ҡар ҡыҙҙары балалар өсөн төрлө уйындар үткәрә.

III күренеш.

Арҡаһына мылтыҡ аҫҡан Аҡъегет килә. Үҙе һөйләнә.

Аҡъегет:

  • Эх, ағайҙарым! «Беҙгә оҡшамағанһың, бигерәк йомшаҡ күңеллеһең, ҡыҙҙар һымаҡһың», – тиһегеҙ инде. «Ҡулыңдан бер ни ҙә килмәй», имеш. Ярай, күрһәтермен әле мин һеҙгә, ағайҙар!

Шул саҡ ҡуян йүгереп үтә. Аҡъегет тиҙ генә мылтығын алып атмаҡ була. Ҡуян шундуҡ телгә килә.

Ҡуян:

  • Атма миңә, егет! Минең бәләкәстәрем бар. Мин булмаһам, уларҙы кем тәрбиәләр?

Аҡъегет:

  • Нисек? Һин һөйләшә беләһеңме ни?

Ҡуян:

  • Эйе.

Аҡъегет:

  • Ярай, улайһа. Мин һине ебәрәм.

Ҡуян:

  • Рәхмәт, егет!

Ҡуян күҙҙән юғала. Аҡъегет юлын дауам итә. Шул саҡ тәпәйе эләккән ҡапҡанды һөйрәтеп  Аҡ бүре ҡаршыға килә.

Аҡ бүре:

  • Ҡотҡар, егет! Мине һаҙлыҡ хужаһы Шүрәле ҡапҡанға ҡаптырҙы!

Аҡъегет:

  • Ҡыҙыҡ! Был урманда әллә бөтә йәнлектәр ҙә һөйләшә беләме икән? (Бүренең ҡапҡанын ысҡындыра). Башҡаса һаҡ йөрө!

Аҡ бүре:

  • Рәхмәт, егет! Изгелегеңде мәңге онотмам! Өс ҡылымды алып ҡал! Кәрәк булһам, уны өҙөрһөң, һәм мин килеп етермен.

Аҡъегет юлын дауам итә. Шул саҡ Ҡарһылыуҙың төшөп ҡалған көҙгөһөн табып ала.

Аҡъегет:

  • Был ниндәй көҙгө икән ул? Ҡайһылай матур! Ситтәре семәрле! Моғайын, берәй сибәр генә хан ҡыҙыныҡылыр инде. Эх, шул һылыуҙы күрәһе ине!

Шул саҡ матур ғына көй уйнап, көҙгө ялтырап китә. Унда Ҡарһылыу күренә.

Аҡъегет:

  • Бәй, был көҙгө тылсымлы икән дә баһа! Ҡара әле, унда һылыуҙарҙан-һылыу бер ҡыҙ күренә түгелме? Әллә Ҡарһылыу инде? Шул бит! Былтыр мин уның урманда ҡоштар менән йырлап һөйләшкәнен һоҡланып тыңлап торғайным, әммә янына барырға ҡыйыулығым етмәгәйне. Быйыл уның менән танышам, тип үҙемә һүҙ биреп, түҙемһеҙләнеп ҡыштың етеүен көттөм. Эх, Ҡарһылыу!.. Тик ни эшләп һин ҡараңғы мәмерйәлә ул? Ни өсөн ҡулдарың бәйләнгән?

Шул саҡ Ҡарһылыуҙың тауышы ишетелә:

  • Ҡотҡар, егет!

Аҡъегет:

  • Ҡотҡарам һине, Ҡарһылыуым! Тик ул мәмерйәне ҡайҙан табырға икән?

Әкиәтсе инә.

Әкиәтсе:

  • Һаумы, ҡыйыу Аҡъегет! Ҡарһылыуҙы тик һин генә ҡотҡара алаһың. Уны Юха алдаштырып, Шүрәленең мәмерйәһенә алып китте. Улар Ҡарһылыуҙың алтын сәстәрен ҡырҡып, ваҡытты туҡтатмаҡсы булалар. Һиңә ашығырға кәрәк! Әҙәм йырып сыҡҡыһыҙ ҡара урманды үткәс, Шүрәленең батҡаҡлы һаҙлығын сығырһың. Унан тауҙар башлана. Шундағы мәмерйәлә Ҡарһылыу йәшеренгән. Һаҡ бул, егет!

Әкиәтсе ҡулын болғап ҡала, Аҡъегет юлын дауам итә. 

Аҡъегет:

  • Бына Әкиәтсе әйткән ҡара урман. Тик уны нисек сығырға икән?

Шул саҡ егет ҡотҡарған Ҡуян инә.

Ҡуян:

  • Мине ҡотҡарғаның өсөн мин дә һиңә ярҙам итергә килдем. Һинең килеүеңде һиҙеп, Юха менән Шүрәле юлыңа ҡаршылыҡ ҡорған. Ләкин беҙ уны хәйлә менән еңеп сығасаҡбыҙ. Шулай бит, балалар? Әйҙәгеҙ бергәләп урманды йырып сығайыҡ. Бының өсөн мин һеҙгә «Урманда төрлө ағастар үҫә. Улар бейек йә тәпәш, киң йә нәҙек» тип әйтәм. «Бейек» тиһәм һеҙ ҡулдарығыҙҙы өҫкә күтәрегеҙ, «Тәпәш» тиһәм – сүкәйегеҙ. «Киң» тигәндә ҡулдарығыҙҙы тирә-яҡҡа йәйегеҙ, ә «нәҙек» һүҙенә ҡулдарҙы бер-береһенә яҡынайтырға кәрәк. Аңлашылдымы? Әйҙә, киттек!

Ҡуян һүҙҙәрҙе бутап әйтә. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатлана.

Ҡуян:

  • Бына урманды йырып та сыҡтыҡ.

Аҡъегет:

  • Рәхмәт, мәрхәмәтле Ҡуян! Рәхмәт, балалар!

Ҡуян:

  • Хәйерле юл, Аҡъегет! (ҡулын болғап ҡала).

Аҡъегет артабан китә. Ә унда – һаҙлыҡ.

Аҡъегет:

  • Һаҙлыҡҡа ла еттек. Әммә уны нисек сығырға? Бәлки, Аҡ бүре өйрәтер?

Ул кеҫәһенән өс ҡылды алып өҙә. Аҡ бүре пәйҙә була.

Аҡ бүре:

  • Егет, бик хәтәр юлға сыҡҡанһың. Шүрәлегә ҡаршы тора алырһыңмы?

Аҡъегет:

  • Ҡарһылыуҙы ҡотҡарыр өсөн мин барыһына ла әҙер!

Аҡ бүре:

  • Изге ниәтеңде хуплайым. Был һаҙлыҡты үтергә ярҙам итермен. Тик минең генә түгел, балаларҙың да ярҙамы кәрәк. Балалар, ярҙам итәбеҙме? Әйҙәгеҙ, улайһа, паровоз яһап, бер-беребеҙҙең биленә тотоноп  түңәрәккә торайыҡ та, алдыбыҙҙа түңгәк ята, тип күҙ алдына килтерәйек. Шулай итеп һаҙлыҡтағы «түңгәктән түңгәккә» һикерәйек. Ә мин былай тип һамаҡлайым:
  • Бер, ике, өс түңгәк,

Һаҙлыҡ тулы мең түңгәк.

Һаҙлыҡ беҙҙе тарта алмай –

Бына нисек беҙ күмәк!

Әҙерһегеҙме? Әйҙәгеҙ!

Бүре үҙе иң алдан тора ла, һамаҡлай-һамаҡлай юл башлап бара. Балалар түңәрәк буйлап һикерешә.

Аҡ бүре:

  • Афарин! Ана шулай. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр бит. Бына һаҙлыҡты ла еңел генә үттек.

Аҡъегет:

  • Рәхмәт, Аҡ бүре! Балалар, һеҙгә лә ҙур рәхмәт!

Аҡ бүре:

  • Ана, алда тау эсендәге мәмерйә күренә. Артабан мин һиңә ярҙам итә алмайым. Шүрәле менән үҙеңә көрәшергә тура киләсәк.

Шулай тип һөйләшеп, Аҡъегет менән Аҡ бүре сыға.

IY күренеш.

Шүрәле менән Юха инә.

Шүрәле:

  • Ҡыҙҙы алып килеүен килгәс, ниңә уның ҡойроғон да эйәрттең?

Юха:

  • Бәй, уның ҡойроғо бармы ни?

Шүрәле:

  • Алйот! Ҡойроҡло Ҡарһылыуҙы ҡайҙа күргәнең бар? Теге егетте ни эшләп эйәрттең, тим?

Юха (ҡурҡа-ҡурҡа):

  • Ә-ә, ней, Ҡарһылыуҙың серле көҙгөһө төшөп ҡалған икән. Шунан күреп егет беҙҙе эҙләп килә ята. Мин уның юлына ҡаршылыҡтар ҡуйҙым. Ул урманды үтә алмаясаҡ! Урманды үткән хәлдә лә, һаҙлыҡта батып үләсәк.

Шүрәле:

  • Ахмаҡ! Ул бит Ҡарһылыуҙы оҡшатҡанға эҙләп килә! Ә мөхәббәт өсөн кәртәләр юҡ икәнен оноттоңмо ни?

Юха:

  • Улайһа, нимә эшләйек икән?

Шүрәле:

  • Хәҙер борғоланыуҙан файҙа юҡ. Ваҡытты туҡтатырға кәрәк! Теге егет бик ныҡыш күренә. Әгәр килеп етә ҡалһа, беҙгә көн бөттө! Шуға тиклем беҙгә Ҡарһылыуҙың алтын сәсен ҡырҡып, арҡан ишергә кәрәк. Бар, Ҡарһылыуҙы килтер!

Юха ҡулы бәйләнгән Ҡарһылыуҙы килтерә.

Шүрәле (мыҫҡыллы йылмайып):

  • Һаумы, Ҡыш бабайҙың ҡәҙерле ейәнсәре. Ҡарһылыумы әле исемең? Ҡурҡма, ҡурҡма! Беҙгә һин түгел, ни бары алтын сәсең генә кәрәк! Хәҙер беҙ уны ҡырҡып алырбыҙ…

Ҡарһылыу (ҡурҡа-ҡурҡа):

  • Һеҙ быны эшләргә тейеш түгелһегеҙ! Бер генә бөртөк сәсем өҙөлһә лә, ваҡыт туҡтаясаҡ, Яңы йыл килмәйәсәк! Зинһар, теймәгеҙ минең сәсемә! Балалар, бөтә халыҡ Яңы йылды көтә бит!

Шүрәле:

  • Ха-ха-ха! Ә беҙгә Яңы йылың кәрәкмәй. Ул бит кешене тағы ла бер йылға ҡартайта. Юха, һинең ҡартайғың киләме?

Юха:

  • Юҡ, юҡ, әфәндем!

Шүрәле:

  • Уның ҡарауы, бер генә сәсең өҙөлһә лә, минең ғүмерем бер йылға оҙая! (Ул Ҡарһылыуҙың сәсен услап тотоп ала) Ә бындағы сәстәр мине меңйәшәр итәсәк! Ха-ха-ха! Шунан мин һине рәхәтләнеп тороп ҡытыҡлаясаҡмын!

Шүрәле оҙон бармаҡтарын уйната. Юха ла уның ыңғайына һикерә-һикерә көлә. Шул саҡ Аҡъегет инә. Юха ҡурҡышынан ҡалтырап, тубыҡлана, Аҡъегет уны елкәһенән эләктереп ала.

Аҡъегет:

  • Ҡыуанмай тороғоҙ әле! Мин булғанда яуыз ниәтеңде атҡара алмаҫһың, Шүрәле!

Шүрәле:

  • Аҡъегет?! Һин бында нисек килдең? Һине бит ағайҙарың булдыҡһыҙ, тип атайҙар ине.

Аҡъегет:

  • Булдыҡһыҙҙы күргәнегеҙ юҡ әле! Алышмы, бирешме?

Шүрәле:

  • Алыш!

Улар һуғыша башлай. Алышҡан саҡта Аҡъегет Шүрәленең муйынынан ҡыҫып тотоп ала. Ул тубыҡлана.

Шүрәле:

 – Миңә теймә инде, зинһар! Бөтә теләгеңде лә үтәрмен!

Аҡъегет Шүрәлене Юханың эргәһенә этеп ебәрә. Улар икеһе лә теҙләнеп, баштарын иҙәнгә тейҙереп тора. Аҡъегет Ҡарһылыуҙың ҡулын ысҡындыра.

Ҡарһылыу:

  • Рәхмәт, Аҡъегет! (башын егеттең түшенә терәй).

Аҡъегет:

  • Ҡарһылыуым! Мин һине ошо көҙгөң аша эҙләп таптым! (Ҡарһылыуға көҙгөһөн тапшыра).

Юха менән Шүрәле:

  • Беҙҙе үлтермәгеҙ инде! Ҡыш бабайҙың бүләктәр тулы тоғон беҙ урланыҡ. Әгәр беҙгә тейһәгеҙ, ул һеҙгә эләкмәйәсәк!

Ҡарһылыу:

  • Ни эшләйек икән, балалар? Беҙгә Ҡыш бабайҙың бүләкле тоғо кәрәк бит! Бәлки, уларҙы хәйләләп еңеп булыр? Һеҙ миңә ярҙам итәһегеҙме? Әйҙәгеҙ, былай итәйек: мин Шүрәле менән Юхаға өс йомаҡ әйтәм. Йәнәһе, улар йомаҡтарҙы сисһә, тоҡ уларға була. Ә һеҙ уларҙан алдараҡ сисергә тырышығыҙ. Килештекме?

Шүрәле:

  • Һеҙ унда нимә тип бышылдашаһығыҙ?

Ҡарһылыу:

  • Ә беҙ ошолай итергә булдыҡ: әйҙә, кем иң беренсе булып минең йомаҡтарҙы сисә, тоҡ – шуныҡы!

Юха:

  • О-о, мин йомаҡтарҙы яратам ул! Беләһегеҙме, мин ниндәй аҡыллы?

Шүрәле:

  • Ә мин үҙемдең һаҙлығымда – иң аҡыллыһы! Күреп торорһоғоҙ: бөтә бүләктәр ҙә минеке буласаҡ!

Юха:

  • Юҡ, миңә эләгәсәк!

Шүрәле (уға ташлана):

  • Юҡ, бүләктәр минеке! (Улар көрмәкләшә башлай).

Ҡарһылыу:

  • Тороп тороғоҙ әле, мин йомаҡтарҙы әйтмәнем бит әле, ә һеҙ тоҡто бүлешә лә башланығыҙ!

Шүрәле:

  • Йә, тиҙ генә йомаҡтарыңды әйтә һал! Минең оҙаҡ көтөргә ваҡытым юҡ!

Ҡарһылыу:

  • Улайһа, тыңлағыҙ! Беренсе йомаҡ:

Ҡыш, яҙ, йәй һәм көҙөн дә

Ул тәлмәрйен төҫөндә.

Терпе кеүек энәле –

Әйтеп ҡарағыҙ әле!

         Юха:

  • Тәлмәрйен!

Шүрәле:

  • Алйот, тәлмәрйендең ниндәй энәһе булһын, ти!

Ҡарһылыу:

  • Юҡ, тәлмәрйен төҫөндә, тинем бит. Йәки нимә йыл әйләнәһенә ҡарағусҡыл йәшел төҫтә була?

Шүрәле:

  • Белдем, белдем. Ул – мин йәшәгән һаҙлыҡ!

Юха:

  • Нимә, һаҙлығыңдың энәһе бармы әллә?

Ҡарһылыу:

  • Юҡ, Юха, Шүрәле, белмәнегеҙ. Нимәне, ҡыш еткәс, барыһы ла йортона ултырта, матур итеп биҙәй?

Балалар:

  • Шыршы!

Ҡарһылыу:

  • Дөрөҫ!

Шүрәле:

  • Ҡарһылыу, һин минең өсөн бик ауыр йомаҡ әйтәһең. Әйҙә, ябайырағын әйт!

Ҡарһылыу:

  • Ә хәҙер икенсе йомаҡ: Йәйен һоро, ҡышын аҡ, уға шулай яҡшыраҡ.

Шүрәле менән Юха:

  • Тау! Беҙҙең тауыбыҙ йәйгеһен һоро, ҡышҡыһын, ҡар япҡас, аҡ була! Ур-ра!

Ҡарһылыу:

  • Юҡ, дөрөҫ түгел. Балалар, нимә була ул?

Балалар:

  • Ҡуян!

Ҡарһылыу:

  • Дөрөҫ!

Шүрәле:

  • Һин, Ҡарһылыу, уҫалһың, юрый беҙ белмәгән йомаҡты әйтәһең!

Ҡарһылыу:

  • Иғтибар, һуңғы йомаҡ ҡалды. Тышы шарҙай, эсе ҡандай, тәме балдай. Нимә була ул?

Шүрәле:

  • Белдем! Ул – Ҡыш бабайҙың бүләк тулы тоғо. Ул шар кеүек түңәрәк, үҙе ҡан кеүек ҡыҙыл, ә эсендәге тәмлекәстәре – м-м-м! – бал кеүек татлы! Мин еңдем! Мин еңдем! Тоҡ – минеке!

Ҡарһылыу:

  • Юҡ, Шүрәле, дөрөҫ әйтмәнең. Балалар, ни була икән ул?

Балалар:

  • Ҡарбуз!

Ҡарһылыу:

  • Афарин, балалар! Һеҙ еңдегеҙ! Шүрәле, Юха, биреләһегеҙме?

Шүрәле, Юха:

  • Ы-ыһ, ни хәл итәһең инде, биреләбеҙ. Ләкин киләһе йылда беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ! Бөтә йомаҡтарҙың да яуаптарын ятлап аласаҡбыҙ! Ул сағында тоҡ, ысынлап та, беҙҙеке буласаҡ!

Шүрәле менән Юха тоҡто сығарып бирә. Аҡъегет тоҡто ала.

Ҡарһылыу:

  • Рәхмәт, Шүрәле, Юха! Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә беҙҙең Яңы йыл байрамына рәхим итегеҙ! Тоҡ табылды. Ә Ҡыш бабайыбыҙ ҡайҙа икән һуң? Әллә беҙҙе эҙләп йөрөп, урман араһында аҙашып ҡалдымы икән? Әйҙәгеҙ, күмәкләп уны саҡырайыҡ!

Күмәкләп:

  • Ҡыш бабай! Ҡыш бабай!

Ҡыңғырау тауышы ишетелә. Ҡар ҡыҙҙары оҙатыуында Ҡыш бабай инә.

Ҡыш бабай:

  • Һаумыһығыҙ, балалар! О-о, ҡайһылай күмәк йыйылғанһығыҙ. Хатта Шүрәле менән Юха ла килеп еткән түгелме? Һеҙҙе бында ниндәй елдәр ташланы?

Шүрәле менән Юха:

  • Беҙҙе Ҡарһылыу был матур байрамға саҡырҙы.

Ҡыш бабай:

  • Ҡарһылыу, ҡыҙым, афарин! Шүрәле менән Юха ла изге күңеллегә әйләнгәс, Ерҙә яуызлыҡ юҡҡа сыҡҡан бит! Ҡарағыҙ әле! Мин һеҙҙең өсөн бүләктәр, күстәнәстәр һалынған йомарт тоғомдо юғалтҡанмын икән, тип ҡайғырып килһәм, ул бында булған икән! (Тоғон һөйөп ала) Һай, отҡорһоң да инде, Ҡарһылыу! Минең билемдең ауыртҡанын белеп, үҙең алып килгәнһең икән! (Ҡарһылыу шаян йылмая) Тик ни эшләп әле беҙҙең ҡупшы шыршыҡайыбыҙҙың уттары янмай? Әйҙәгеҙ, күмәкләп: «Ян, ян, ян, шыршы!» – тип әйтәйек! (Күмәкләп ҡабатлайҙар. Шыршының уттары балҡып китә) Балалар! Донъя ана ниндәй матур! Әйҙәгеҙ, бергәләшеп Яңы йылды ҡаршылайыҡ! Уйнайыҡ, көләйек, йырҙар йырлайыҡ, бейейек! (Бергәләшеп түңәрәккә тороп йырлашып әйләнәләр). Ә кем хәҙер миңә һөнәрен күрһәтергә теләй?

Балалар Ҡыш бабайға һөнәрҙәрен күрһәтә. Ҡарһылыу менән Аҡъегет, Ҡар ҡыҙҙары  бүләктәр тарата. Шүрәле менән Юха ла, балаларға ҡушылып, йырлап, бейеп, ҡыланып йөрөй.

Ҡыш бабай:

  • Һеҙҙең арала һәләтле балалар бик күп икән! Һай, афарин! Рәхмәт яуғыры! Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлайым! Яңы йылда ла тырышып уҡығыҙ, тик яҡшы билдәләр генә алығыҙ, кешеләргә ярҙам итегеҙ, дуҫтарығыҙ менән татыу булығыҙ, атай-әсәйҙәрегеҙҙе ҡыуандырып ҡына тороғоҙ! Ә беҙгә көмөш ҡыңғыраулы боландарға ултырып ары елергә лә ваҡыт етте. Беҙҙе башҡа илдәрҙә лә һеҙҙең кеүек аҡыллы, матур, талантлы балалар көтә. Һау булығыҙ!

Ҡарһылыу:

  • Олатай, мине Аҡъегет Шүрәле менән Юханың тотҡонлоғонан ҡотҡарҙы!

Юха менән Шүрәле бөршәйеп төшә.

Икеһе бергә:

  • Ҡы-ҡыш ба-ба-бай, ғәфү ит! Беҙ ба-ба-башҡа улай и-итмәҫбеҙ!

Ҡарһылыу:

  • Юҡ, улар хәҙер үҙгәрҙе, мин уларҙы ғәйепләмәйем. Тик, әйҙә, Аҡъегетте лә үҙебеҙҙең илгә алып ҡайтайыҡ!

Ҡыш бабай:

  • Ә егет үҙе ни тип әйтер?

Аҡъегет:

  • Мин Ҡарһылыу менән ер сигенә лә китергә әҙермен!

Ҡыш бабай:

  • Афарин! Бына был, исмаһам, ысын ир-егет һүҙе!

Шул саҡ Аҡъегеттең ете ағаһы килеп инә.

Аҡъегет (аптырап):

  • Ағайҙарым? Һеҙ бында ни эшләйһегеҙ?

Улар Аҡъегеттең алдына килеп тубыҡлана:

  • Аҡъегет, беҙ һинең турала хата уйлағанбыҙ икән. Һинең Ҡарһылыуҙы ҡотҡарыуың – беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ! Зинһар, беҙҙе ғәфү ит!

Аҡъегет:

  • Ҡуйығыҙсы әле, ағайҙарым! Һеҙ булмаһағыҙ, мин Ҡарһылыуҙы ҡотҡара ла алмаҫ инем! Рәхмәт һеҙгә!

Туғандар ҡосаҡлаша. Ҡарһылыу Аҡъегетте етәкләп ала.

Ҡарһылыу менән Аҡъегет:

  • Һау булығыҙ, балалар! Киләһе йылда осрашҡанға тиклем!

Шүрәле менән Юха (илай яҙып):

  • Беҙгә лә китергә ваҡыт етте. Һаҙлыҡта беҙҙе юғалтҡандарҙыр инде. Һеҙ беҙгә шул тиклем оҡшанығыҙ. Һеҙҙең менән Яңы йылды ҡаршылауы ныҡ-ныҡ-ныҡ күңелле икән! Рәхмәт беҙҙе лә үҙегеҙҙең байрамығыҙға саҡырыуығыҙға! Киләһе йылда ла саҡырырға онотмағыҙ, йәме! Беҙ килербеҙ!

Улар барыһы ла сыға. Матур көй яңғырай. Куранттар һуға.

Әкиәтсе:

  • Йылдар үткән һайын Яңы йылды

         Ҡаршылауы, никтер, серлерәк –

         Сәғәт ун икене һуҡҡан саҡта

         Ҙур мөғжизә көтә һәр йөрәк.

         Яңы йыл ул Ҡәҙер кисе кеүек,

         Теләктәрҙән күңел сафлана.

         Өр-Яңы йыл ҡаҡһын һәр ишекте –

         Шул саҡ яңы тормош башлана!

         Яңы йыл менән, дуҫтар!

         Барыһы ла бергә:

  • Яңы йыл менән!

Әкиәтсе:

  • Байрам тамам. Әкиәтем ары, ә үҙем бире киттем. Әммә был әкиәттән алған фәһемде мыйыҡтарға урап ҡуйырға онотмағыҙ, дуҫтарым!

Әкиәтсе сыға.                   

Байрамда үткәрелгән уйындар, конкурстар.

  1. «Ҡыш бабайҙы эшлә!» конкурсы.

10 кешенән торған ике команда ҡатнаша. Ҡыш бабай төшөрөлгән ике һүрәт стенаға эленә. Тик һүрәттә Ҡыш бабайҙың башы һәм кәүҙәһе генә бар. Ә ике күҙе, танауы, ауыҙы, һаҡалы, ике аяғы, ике ҡулы, тоғо пластилиндан эшләнеп, тәрилкәгә һалына. Күҙҙәре бәйләнгән ҡатнашыусылар тәрилкәлә ятҡан «ағзаларҙы» табып, һүрәттәге Ҡыш бабайға йәбештерергә тейеш. Ҡайһы команда алдан бөтә һәм кемеһенең һүрәте теүәлерәк сыға?

  1. «Алтын ҡапҡа» уйыны.

Ике Ҡар ҡыҙы, ҡулдарын өҫкә  күтәреп тотоношоп, ҡапҡа булып тора. Балалар түңәрәк яһап тороп, шул ҡапҡа аҫтынан үтергә тейеш (ҡапҡа булған бер Ҡар ҡыҙы түңәрәктең эсендә, ә икенсеһе – тышында тороп ҡала). Ҡар ҡыҙҙары былай тип һамаҡлай:

  • Үтәбеҙ алтын ҡапҡанан,

Эшләнгән алтын таҡтанан.

Эй, үтәбеҙ, эй, көтәбеҙ

Кемдең килеп ҡапҡанын!

«Ҡапҡанын» һүҙенә еткәс, Ҡар ҡыҙҙары ҡапыл күтәреп торған ҡулдарын аҫҡа төшөрә. Кем эләгә, шуға наказ бирелә.

  1. Ҡар осороу.

Балаларға кескәй мамыҡ киҫәктәре таратып бирелә. Улар уны тартҡылап, «ҡар» әүәләй һәм «Башланыҡ!» тигәс тә уны аҫтан өҫкә  өрөргә тейеш. Кемдең ҡары иң оҙаҡ һауала эленеп тора – шул еңеүсе.

  1. Уртаға быйма ултыртып, шунда «ҡар» (ҡағыҙ) ташлау.

7-8 бала ҡатнаша. Йыл ырыҫлы килһен өсөн ҡар күп булырға тейеш. Уйнатыусы Ҡар ҡыҙҙары балаларға ҡағыҙҙар таратып бирә. Уртаға ҙур быйма ултыртыла. Ым бирелгәс тә, балалар ҡағыҙҙы, йәғни, «ҡарҙы», йомарлап, быйма эсенә ташларға тейеш. Кем күберәк мәрәй йыя – шул еңеүсе.

  1. «Уйынсыҡты таны!»

Балалар тоҡ эсенә ҡулдарын тығып, унда ниндәй уйынсыҡ  ятҡанын танырға тейеш. Дөрөҫ әйтһә, шул уйынсыҡ уға эләгә.

  1. «Көлдөрткөс» уйыны.

Уйнатыусы Ҡар ҡыҙы балаларҙың һәр береһенең ҡолағына ҡыш, Яңы йыл менән бәйле исемдәр әйтеп сыға. Мәҫәлән, боҙ, һырғалаҡ, ҡар, шыршы, тубырсыҡ, курант һ.б. Көлдөрткөс инә һәм балаларҙың һәр береһенә яҡын килеп ҡыҙыҡлы һорауҙар бирә. Мәҫәлән: «Исемең кем?»  – «Боҙ». «Нимә, тоҙ, тиһеңме?» – «Боҙ». «Ә-ә, берәй нәмәне боҙорға ҡушаһыңмы әле, ә?» – «Боҙ».  «Нимә, тутыйғош булдыңмы әллә? Йә,  тағы берәй һүҙ әйтеп ҡара әле!» – «Боҙ» һ.б. Көлдөрткөс нисек тә көлдөрөргә тырыша, тик балалар көлөргә тейеш түгел. Кем көлә – шул йә уйындан сыға, йә наказ ала.

  1. Епкә эленгән приздарҙы күҙ бәйләнгән килеш ҡырҡыу.
  2. Байрам барышында «Иң яҡшы Яңы йыл кейеме» конкурсы ойошторола. Уйындарҙың еңеүселәре урындар йәки номинациялар буйынса баһаланыуы мөмкин.

  (Авторҙың пунктуация, орфография, стиле шул көйө һаҡланды).

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

up

Поиск по сайту

Һуңғы ҡыңғырау байрамына сценарий

Предмет: Другое
Категория материала: Конспекты
Автор: Мухаметова Лилия Винеровна

Тип материала: Документ Microsoft Word (doc)
Размер: 57.96 Kb
Количество скачиваний: 12

Скачать

Просмотров: 43

Похожие материалы

  • Белем байрамы көнөнә сценарий
  • Конспект коррекционного занятия «Вежливость»
  • Уҡытыусылар көнөнә арналған сценарий
  • Родительское собрание «Проблемы подросткового возраста»
  • Урок по башкирскому языку «Маҡсат һәм кире хәлдәр»
  • Урок по самопознанию «Жить в мире с людьми» 6 класс
  • Материал к занятию по ОПК в 4 классе
  • Урок по самопознанию «Все начинается с любви…» 3 класс
  • Конспект занятия «Чистота — залог здоровья»
  • Свято «дівочої долі» (до дня Святої Катерини).

Ел маңдайындағы ерен жұлдыз — Еңбек Ері Зылиха – қыз!

Мақсаты: Ауыл шаруашылығы өндірісінің білгір жетекшісі Зылиха Тамшыбаеваның өмірі мен еңбек жолынан ғибрат алып, оқушыларды еліне, жеріне деген сүйіспеншілігін арттырып, адамгершілік қасиеттерге баулу.
Көрнекілігі: слайд, буклеттер, кітаптар көрмесі.

Жүргізуші: Армысыздар құрметті қонақтар, ұстаздар мен оқушылар! Елбасының «Болашаққа бағдар: рухани жаңғыру» мақаласы аясында «Тағзым. Құрмет. Өнеге» тақырыбында қазақ халқының мақтанышы, қоғам қайраткері, ауыл шаруашылығы өндірісінің білгір жетекшісі, Социалистік Еңбек Ері, екі мәрте Ленин орденінің кавалері, Октябрь Революциясы, Еңбек, Қызыл Ту ордендерінің иегері, «Парасат», «Құрмет» ордендерінің иегері Алматы облысының Құрметті азаматы Зылиха Тамшыбаеваның арналған еске алу кешімізге қош келдіңіздер.

Жүргізуші: Бүгінгі кешіміздің негізгі мақсаты — Зылиқа апамыздайұйымдастырушылық қабілеті жоғары кемеңгер апаның мүддесін түсіну, рухани тарихымызды тану, тұлғаның аяулы бейнесін бүгінгі және келер ұрпақтың есінде қалдыру.

Жүргізуші: Зылиха Тамшыбаеваның өмірі мен еңбек жолы жас ұрпаққа жарқын үлгі болып тарихта мәңгі қалады. Өскелең ұрпақ оның өнегелі жолын жалғастырады деп сенеміз. Зылиха апа – еліміздің, Жетісудың мақтанышы, еңбек майданындағы ұлағатты ұстаз.

Жүргізуші: Қаршадай күнінен бастап еңбекке араласқан қазақтың қарапайым біртуар қызы бүкіл ғұмырын туған жерін гүлдендіруге, ауыл тұрғындарының әлеуметтік — тұрмыстық жағдайын жақсартуға арнады.

Жүргізуші: Осы алып тұлғаның аңызға айналған жетістігі, шыққан биігі, қажырлы еңбегі туралы бүгін еске алудың сәті келген сияқты.

Жүргізуші: Ауыл шаруашылығы саласының шебер көшбасшысы атанған Зылиха Тамшыбаеваның өмірбаянын 5 — сынып оқушысы баяндап береді. (слайд көрсетіліп тұрады)

Жүргізуші: «Жетісу жұлдызы» әні орындалады./әні мен сөзі Темірбек Мизамбекұлыныкі/

Жүргізуші: Зылиха апайдың өнегелі өмірі, қажырлы еңбегі, азаматтық істері кейінгі ұрпаққа үлгі боларлық. Ол — өзінің қарапайым еңбегімен, қамқорлыққа толы көнілімен, жібектей жарқын жүзімен халқының жүрегіне жол тапқан Жетісудың маңдайында жарқыраған жұлдызы.

Жүргізуші: Зылиха Жанболатқызы Тамшыбаева 1981 жылы ауыл шаруашылығындағы айрықша әрі жемісті еңбегі үшін Социалистік Еңбек Ері жоғарғы атағына ие болды. Екі мәрте Ленин орденінің кавалері және «Октябрь Революциясы», «Еңбек Қызыл Ту», «Парасат», «Құрмет» ордендерімен марапатталды, «Қазақ ССР — інің еңбек сіңірген ауыл шаруашылығы қызметкері» құрметті атағына ие болды. Кеңес Одағы және Қазақстан Компартиясының бірнеше съездеріне делегат, Республика Жоғарғы Кеңесінің төрт мәрте депутаты болып сайланды. Бұл біздің елдің тарихында жазылып қалған мұрағат, өткен өмір күндерінің жемісті де жеңісті еңбек адамына көрсетілген зор құрмет еді.

Жүргізуші: Зылиха Тамшыбаева өзінің өмірі туралы оқырманға беретін тәлім — тәрбиесі мол «Жер туралы жыр» деген кітап жазды. Бұл шығармада оқырман қызығып оқитын, шексіз үлгі — өнеге шуағын төккен аяулы ана, ардақты жанның ғұмыр жолы бейнеленген.
Келесі кезекті әдеби монтажды тамашалау үшін мектебіміздің оқушыларына береміз. (Өлеңдері, арнаулары оқылады).
Еліміздің гүл — қызы
Жетісуда жағалай жасыл желек,
Қалаларын көркейткен биік терек.
Көк аспанға өзен — тау ылайық боп,
Туған жердің әркімге орны бөлек.
Еліміздің Гүл — қызы,
Маңдайдағы жұлдызы.
Көре берші қызығын,
Бақытты боп ұл — кызың.

Жүргізуші: Зылиха Жанболатқызын — қазақ қыздарына өшпес өнеге болатын ғажап тұлғаны прототип етіп алған Қуандық Шаңғытбаев пен Қанабек Байсейітовтің «Беу, қыздар — ай» пьесасынан, Еркеғали Рахмадиевтің «Жетісудың қыздар — ай» әніңен, Файзолла Абсолямовтың «Ее время пришло» деректі фильмінен де айқын көреміз.
Ақын Күләш Ахметова:
«Таңданам кеңдігіне даламыздың,
Айналған арқауына ән — аңыздың.
Туғызған қазақ деген жомарт халық,
Бірісің ғасырдағы дана қыздың!» — деп жүрек толғанысын білдірсе, Ақын Ахмет Кендірбекұлы:

«Жасынан еңбек болып ән ұраны,
Еліктеп өсті елімнің сан ұланы.
Алыстан ақ ордадай көз тартады,
Құт қонған шат — шадыман шаңырағы», — деп сырлы шумақтарын арнады. Тіршілігінде ғұмырнамасы сан шығармаларға арқау болған Зылиха Жанболатқызы Тамшыбаева Жетісу өңірінің ғана емес, тұтас қазақ халқының мақтанышына айналды.

Жүргізуші: Құрметті көпшілік, қадірменді қонақтар! «Өлі разы болмай, тірі байымайды» дегендей, алып тұлғалардың есімін, еліне сіңірген еңбегімен үлгілі ісін насихаттау, оларды ұрпақтан – ұрпаққа мирас етіп қалдыру – біздің азаматтық парызымыз.

Жүргізуші: Қоғам қайраткері, Жетісу өңірінің, тұтас қазақ халқының мақтанышы Зылиха Жанболатқызы Тамшыбаеваға арналған «Ел маңдайындағы ерен жұлдыз — Еңбек Ері Зылиха – қыз!» атты еске алу кешіміз өз мәресіне жетті.

Көріп тамашалағандарыңызға көп, көп рахмет.

«Көксу ауданы, Мұқыры ауылы
Жапсарбаев атындағы орта мектебі»
коммуналдық мемлекеттік мекемесі
математика пәнінің мұғалімі Ж. Ә. Сабырқұлова

9 ноябрҙә Мәсетле районында Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәтсәндәре көнө билдәләнә.

Хөрмәтле ауыл эшсәндәре, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәтсәндәре көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Һайланған һөнәр кешенең яҙмышын билдәләй. Ерҙә хеҙмәт итеү һеҙҙең изге һәм еңел булмаған бурысығыҙға әйләнгән. Ал-ял белмәй, һеҙ иртә таңдан ҡараңғыға хәтле эшләйһегеҙ, сөнки “Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың”, ти халыҡ. Игенсенең хатта ҡыҫҡа ғына ял минуттары ла киләһе уңыштар тураһындағы уйҙарға бағышланған.

Барыһы ла үҙгәрә был донъяла, ә ауыл хеҙмәте элеккесә үк барыһына ла һәм һәр кемгә кәрәк. Ябай туйҙырыусы һәм бөйөк хеҙмәтсән, крәҫтиән илебеҙҙең төп өмөтө һәм терәге булды һәм булып ҡала. Ергә үҙегеҙҙең хужаларса хәстәрлекле ҡарашығыҙ, яуаплылыҡ, юғары оҫталығығыҙ менән һеҙ Мәсетле районының ауыл хужалығын үҫтереү өсөн яҡшы шарттар тыуҙыраһығыҙ, ә хеҙмәт емештәрегеҙ халҡыбыҙ өҫтәлендә урын ала.

Эшсәнлегегеҙ, һайлаған эшегеҙгә тоғролоғоғоҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Ҡатмарлы шарттарҙа эшләргә тура килеүенә ҡарамаҫтан, һеҙ үҙ эшеңә бирелгәнлек һәм тоғролоҡ өлгөһө булып ҡалаһығыҙ, фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн айырыуса ветерандар, производство алдынғылары алдында баш эйәбеҙ.

Ерҙә хеҙмәт иткәндәрҙең барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, юғары уңыштар, тотҡарлыҡһыҙ эшләүсе техника, ыңғай һауа торошо һәм уңайлы шарттар, тормоштарында яҡшы үҙгәрештәр һәм иртәгәһе көнгә ышаныс теләйбеҙ. Еңел булмаған хеҙмәтегеҙ яңы ҡаҙаныштар һәм яҡташтарығыҙҙың рәхмәте менән аҡланһын.

Район Советы һәм хакимиәте.

Хөрмәтле ауыл хеҙмәтсәндәре, Ейәнсура районының агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ менән иң йылы ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ауыл хужалағы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт – ил иҡтисадының бик тә әһәмиәтле тармаҡтары, ауылдарҙың үҫешенең һәм сәскә атыуының нигеҙе.

Донъяла ер эшкәртеүҙән һәм иген үҫтереүҙән дә маҡтаулыраҡ һөнәр юҡ. Ауыл хужалығы тармағы хеҙмәткәрҙәре үҙенсәлекле кешеләр –көслө рухлылар, егәрлеләр һәм намыҫлылар, тыуған ерҙең йөрәк тибешен тойоп, физик эштән ҡурҡмай, бөтә көсөн һәм күңелен биреп эшләйҙәр. Бөгөн дә, ҡатмарлы климат шарттарына һәм донъялағы көсөргәнешле эпидемиологик хәл-торошҡа ҡарамай, районыбыҙҙың агросәнәғәт комплексы белгестәре ең һыҙғанып эшләй, эшһөйәрлек һәм түҙемлек, һайлаған һөнәргә тоғролоҡ өлгөһө булып тора. Һеҙҙең һәр кемегеҙ үҙенең һүрелмәҫ энергияһы, оптимизмы, изгелеккә һәм ғәҙеллеккә ышанысы, тыуып үҫкән ер өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт итеүе менән таң ҡалдыра.

Ҡәҙерле ауыл эшсәндәре, хөрмәтле тармаҡ ветерандары, еңел булмаған хеҙмәтегеҙ, тормош аҡылығыҙ, ауыл традицияларын һаҡлауығыҙ һәм ерҙә эшләүсе династияларҙы тергеҙеүегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр, тотороҡлолоҡ, ышаныслы киләсәк, ҡыйыу башланғыстарығыҙҙа уңыштар, изге һәм еңел булмаған эшегеҙҙә яңы ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр теләйем!

Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.

Үткәреү урыны: __

Үткәреү ваҡыты: __.12.20__, __.__ сәғ.

А.Б.:

Яңы йылды көтә бар ғәләм дә

Кәйефтәрҙе, күңелдәрҙе күтәрә

Тирә-яҡты матурлыҡҡа биҙәй

Изгелек һәм шатлыҡ килтерә

Йыр

А.Б.:

Ер әйләнә Яңы йылға табан,

Күпме бәхет, шатлыҡ күтәреп,

Секунд һайын муллыҡ артып тора

Тик сыҙаһын ғына күсәре!

А.Б.:

Уҙған йылдар бигерәк ҡәҙерле шул

Һәр көнөндә күпме иҫтәлек!

Тарихтың был данлы йылында ла

Күпме булды матур көндәре!

А.Б.:

Хәйерле кис хөрмәтле дуҫтар, туғандар, ҡунаҡтар!

А.Б.:

Һаумыһығыҙ, һеҙҙе яҡынлашып килгән яңы йыл менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Һеҙгә ошо өр яңы йыл тик ҡыуаныстар һәм изгелектәр килтерһен!

А.Б.:

Ғүмер-миҙгел бит ул, тормош – мәңге

Йылдар ҡала тарих эсендә

Гармун уйнай, йырҙар яңғырап торһон

Иҫке йылдың һуңғы кисендә

Муз.номер

А.Б.:

Яңы йылда донья тыныс булһын

Һинең, минең беҙҙең бәхеткә.

Ай бәүелгән көмөш сәңгелдәктә.

Ҡояш йөҙһөн алтын тәхеттә.

Оло юлдан маҡсаттарға етмәй

Һис яҙмаһын ине туҡтарға.

Аҡ теләктәр менән беҙ баҫайыҡ

Яңы йылда яуған аҡ ҡарға.

Муз.номерҙар

А.Б.:

Әйҙәгеҙ, хөрмәтле райондаштар! Шыршы тирәләй бейеп алайыҡ

Хоровод

А.Б.:

Өмөт менән таңдар уҙыр

Бөтә ғәләм, йыһан, нурға сумыр

Яңы йыл сәләмен еткерә

Киләсәктә ырыҫ, бәрәкәтен еткерә

Бергә: Яны йыл менән! Яңы йыл менән!

А.Б.:

Ҡар яуа, ҡар яуа Ҡарҙар – улар биҙәкле

Тышта ниндәй саф һауа Ҡарҙар – улар хәбәрсе

Бөтә ергә шатлыҡ булып Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың

Күбәләктәй ҡар яуа Килеүенә сәбәпсе.

Бейеп күңел асып алдыҡ, ә бына Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуыбыҙ һаманда килеп етмәгәндәр, әйҙәгеҙ әле дуҫтар бергәләп саҡырайыҡ: Ҡыш бабай! Ҡыш бабай! Ҡыш бабай! (Ҡыш бабай менән ҡарһылыу инәләр, ҡотлайҙар)

Ҡыш бабай:

Һаумыһығыҙ дуҫтар туғандар! Бына байрам менән ҡотлайым тип алыҫ араларҙан килеп еттем! Һеҙҙе барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән яңы йыл байрамы менән ҡайнар ҡотлайым! Яңы йыл барығыҙға ла сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилә именлеге алып килһен!

Ҡарһылыу:

Ҡар бурандар осороп

Яңы йыл аяҡ баҫа.

Ниндәй гүзәл, күркәм байрам!

Күңелдәр урғып таша.

Аҡ ҡар бөртөктәре төҫлө

Алда аҡ юлдар көтһөң.

Бөгөнгө байрам шатлығы

Йыл дәүеренә етһен.

Ҡыш бабай:

Байрамдың түрен алып торған шыршының уттары ла янмаған икән!

Тылсымлы таяғым менән туҡылдатып ҡарайым әле… (3 тапҡыр туҡылдата, шыршы янмай)

Юҡ, былай булманы, әйҙәгеҙ әле бергәләшеп аяҡтарҙы тыпырҙатайыҡ! (аяҡтарҙы тыпырҙаталар)

Былай ҙа булманы әле, әйҙәгеҙ әле нығыраҡ тыпырҙатайыҡ! (шыршы уттары яна)

А.Б.: Әйҙәгеҙ бергәләп ҡыш бабай менән шыршы тирәләй йырлап бейеп алайыҡ!

Хоровод

Муз.номер.

А.Б.:

Шатлыҡ килһен һәр өйгә,

Ҡояш һәр саҡ балҡыһын,

Кешеләргә һинән бары

Матур иҫтәлек ҡалһын!

Яңы йыл ҡотло булһын!

Яңы йыл тыныс килһен,

Илгә бәхет килтерһен!

Көтөп алған байрамыбыҙ менән ҡотлау өсөн һүҙ ___ Хакимиәте башлығы ___ бирелә. Рәхим итегеҙ!

А.Б.:

Ойошмалар һәм учреждениелар араһында үткән яңы йыл байрамына эшләнгән ҡар һындары һәм байрам биҙәлешенә уҙғарылған конкурсҡа йомғаҡ яһалды! Еңеүселәрҙе ҡотлап китергә рөхсәт итегеҙ!

3-сө урынды яуланылар:

2-се урын:

1-се урынды яуланы

Еңеүселәрҙе тағы ла берҙе ҡотлайбыҙ, Район сараларында актив ҡатнашыуығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Муз.номер

А.Б.:

Хөрмәтле дуҫтар!

__ йылы Һеҙгә күтәренке кәйеф, рух ныҡлығы, күңел бөтөнлөгө, яҡындар рәхмәте, туғандар фатихаһы, ныҡлы һаулыҡ, өмөтлө киләсәк, ғаилә именлеге, балалар шатлығы, ил-көн тыныслығы һәм эшегеҙҙә уңыштар насип итһен!

Муз.номер

Уйындар

Яңы йыл менән ҡотлап Һеҙгә үҙенең йырҙарын бүләк итә _____________________________

һәм ҡышбабай үҙенең күстәнәстәрен өләшә.

А.Б.:

Киләһе __ йыл – Рәсәйҙә һәм Башҡортостан Республикаһында ___ йылы тип иғлан ителде. Киләһе __ йылы __ сфераһында үҫтереүгә ҙур өлөш индерер тип ышанабыҙ!

Яңы йыл менән ҡотлап һеҙгә үҙенең йырҙарын бүләк итә _______________

А.Б.:

Уйын: ике бәләкәй шыршы ултыра, ике команда өсөшәр кешенән йыйыла. Өҫтәлдә ваталар, уйынсыҡтар ята, 1-2-3 биҙәй башлайҙар. Яңы йылда свит һүнгән ти, һәм һәр береһенең күҙен ябыр кәрәк. Бер йыр бөткәнсе шыршыны биҙәйҙәр һәм бөтәһенең ҡысҡырып тауыш биреүенә ҡарап еңеүсе билдәләнә.

А.Б.:

Бөгөнгө йырлы, бейеүле, уйынлы кисәбеҙҙән үҙегеҙгә дәрт, дарман алып ҡайтырһығыҙ тип ышынабыҙ.

Бөгөнгө программа менән танышып үтәйек:

1. Костюмдар парады.

2. Иң яҡшы теләктәр бәйгеһе.

3. Байрамдың Король һәм королеваһын билдәләү (иң яҡшы вальс бейеүсе пар)

А.Б.:

Хәҙер маскарад костюмдары парадын башлайбыҙ!

Парад ваҡытында Иң яҡшы теләктәр бәйгеһен дә башлайбыҙ! Теләктәрҙе әйтеп ҡалығыҙ дуҫтар!

Костюмдарға баһа биреүсе хөрмәтле жюри ағзалары менән таныштырып үтергә рөхсәт итегеҙ:

1.

2.

А.Б.:

Костюмдарҙы бөтә яҡтан күреү өсөн, дөрөҫ баһа биреү өсөн Маскарад костюмдарын кейгәндәрҙе сәхнәлә бер урап сығыуығыҙҙы һорайбыҙ! Рәхим итегеҙ! Конкурс башланды!

Беренсе булып сәхнәгә саҡырабыҙ __! Рәхим итегеҙ!

Киләһе йыл __ йылы, әйҙәгеҙ уларҙы саҡырайыҡ!

Бесәйҙәр

Аждаһалар

Эттәр

Ҡуяндар

Төлкөләр, һ.б.

(дәртле генә /мода/ музыка китә, ҡатнашыусылар сәхнәгә менеп костюмдарын күрһәтәләр)

(жюри таблицаға балдар ҡуя, ҡатнашыусыларҙы теркәй һәм итог яһай)

А.Б.:

Ә хәҙер барығыҙы ла шыршы тирәләй бейергә саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ!

Хоровод

А.Б.:

Байрамдың Король һәм королеваһын билдәләргә ваҡыт та етте. Уның өсөн беҙ парҙарҙы сәхнә янына саҡырабыҙ!

Яңы йыл байрамы менән ҡотлап йырлай __. Талғын йыр

А.Б.:

Бөгөнгө көндөң Король һәм Королеваһын сәхнәгә саҡырайыҡ! Рәхим итегеҙ!

Һеҙгә үҙенең йырҙарын бүләк итә ____________________________________

А.Б.:

Сәхнәгә __ йылында тыуғандарҙы саҡырабыҙ! Әйҙәгеҙ дуҫтар сәхнәгә менегеҙ! Һеҙҙең арала кем иң яҡшы __? Уға иң яҡшы бүләк! Рәхим итегеҙ!

Тик Һеҙҙең өсөн генә йыр бүләк итә____________________________.

А.Б.:

Костюмдар конкурсына йомғаҡ яһау ваҡыты етте. Һүҙҙе жюри ағзаларына бирәбеҙ! Рәхим итегеҙ!

А.Б.:

Өмөт менән таңдар тулыр.

Тыуыр йылым киләсәгем,

Ал да көтә үтер юлым

Ышанысым һәм терәгем

А.б. Мәңге йәшә илем, мәңге балҡы

Илем, халҡым.

Һеҙҙең өсөн йырлай____________________________.

Ә хәҙер һеҙҙең менән

Етте хушлашыр мәлебеҙ

Киләһе йыл тағы ла

Осташырбыҙ әле беҙ.

Һау булығыҙ  йәнлектәр

Һау булығыҙ райондаштар

Башҡа урындарға ла

Беҙҙең бараһыбыҙ бар.

байрам концерты, бейеү көйҙәре бер бер артлы дауам итә!

запас шығырҙар:

Ниндәй матур беҙҙең шыршы

Йым-йым килеп яна ул.

Башлайбыҙ шыршы байрамын,

Ҡотло булһын яңы йыл!

Беҙ бөгөн шыршы янында

Әйлән-бәйлән уйнарбыҙ

Ҡыш бабайҙы ҡаршыларбыҙ

Яңы йырҙар йырларбыҙ.

Яңы йылға беренсе аҙым изгелек булһын

Яҡынлашып килеүсе Яңы йыл менән һеҙҙе!

Яңы йылдар килһен бәхет алып,

Яңы йылдар килһен йылмайып,

Күңелдәрҙә мәңге шатлыҡ булһын,

Йәшәмәгеҙ дуҫтар моңайып.

Ынйы-ынйы ҡарҙар яуа,

Шундай матур көн бөгөн!

Ҡулға тотоп алғы килә

Ҡарҙың һәр бер бөртөгөн!

Бөгөн елка-маскарад

Костюм, маска күп харап.

Төрлө-төрлө кейемдәр

Төлкө, ҡуян, тейендәр.

Беҙгә бөгөн Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу

Ҙур байрам бүләк итте.

“Яңы йыл байрам урыны

Ошо шыршы янында”,-тине.

Балҡығас шыршы уттары

Яҡты маяҡтар төҫлө.

Аҡ парашют кеүек ергә,

Мин үҙем килеп төштөм.

Зал түрендә күркәм ҡунаҡ-

Йәшел кейемдән

Ул да ҡотлай беҙ дуҫтарҙы

Яңы йыл менән!!!!

Бар тирә- яҡ һөттәй ап-аҡ

Ем-ем итеп ҡар көлә

Көмөш ҡыңғырауҙар тағып

Беҙгә яңы йыл килә!

Һағынып көттөк Ҡыш бабайҙы

Бына килде ул беҙгә

Ҡаршылайбыҙ Яңы йылды

Беҙ уның менән бергә!

Иҫке йылдың һуңғы сәғәттәрен

Тарих биттәренә оҙатып.

Өр яңы йыл менән күрешербеҙ

Изге өмөттәрҙе баҙлатып.

Оло юлдан маҡсаттарға етмәй

Һис яҙмаһын ине туҡтарға.

Аҡ теләктәр менән беҙ баҫайыҡ

Яңы йылда яуған аҡ ҡарға.

Буран-ҡарҙар һепереп

Мин киләм һеҙгә.

Яңы йылды ҡаршыларға

Дуҫтарым менән бергә.

Яңы йыл сценарийҙары

Мажаралы сәфәр(Мәктәп сәхнәһе өсөн Яңы йыл сценарийы)Ҡатнашалар:Сусҡа БесәйҠабан БуранЭт Ҡыш бабайТауыҡ ҠарһылыуӘтәс Беренсе күренеш

Яңы йыл сценарийҙары

Яңы йыл сценарийҙары

Мажаралы сәфәр
(Мәктәп сәхнәһе өсөн Яңы йыл сценарийы)

Сусҡа
Бесәй
Ҡабан
Буран
Эт
Ҡыш бабай
Тауыҡ
Ҡарһылыу
Әтәс

Беренсе күренеш

Йорт ихатаһында Эт, Тауыҡ, Әтәс йырлай-йырлай шыршы биҙәп йөрөй. Ах та ух килеп, Сусҡа йүгереп инә.
Сусҡа. Сәләм, дуҫтар!
Барыһы ла (бер тауыштан). Сәләм! Сәләм!
Сусҡа. Арытты бит, әй, сапмалап йөрөп. Минең кеүек йомролар шәп тиҙлеккә һала алмаһа ла, тырыштырам, әй.
Эт. Мәшәҡәтең күптер, белеп торам. Ни тиһәң дә, өҫтөңә яуаплы бурыс йөкмәтелә бит: киләһе 2019 йылдың бәрәкәте – һинең ҡулда.
Әтәс. Эйе, эйе, киләһе Яңы йылда бар өмөтөбөҙ һиндә генә.
Тауыҡ. Бына, Сусҡа дуҫ, байрам­ға тип, шыршыны матур итеп биҙәп ултырттыҡ. Оҡшаймы?
Сусҡа. Оҡшамай ни! Нурлы һәм байрамса икәне әллә ҡайҙан һиҙелә.
Эт. Йорт янында бигерәк күңелле шул!
Әтәс. Ки-ки-рүк! Ки-ки-ри-күк!
Йырым булһа ла бер үк –
Бөгөндән башлап ихата
Бар донъяны балҡыта!
Тауыҡ. Шыршыбыҙ ҙа бик матур,
Үҙебеҙ ҙә бик матур.
Ҡыт-ҡытаҡ, тип көйләһәм,
Килеп сыға яңы йыр!
Сусҡа. Туҡтағыҙ әле, дуҫтар! Ваҡытынан алда йырлашып, мырлашып алдығыҙ ҙа киттегеҙ!
Эт (көлә). Мырлашып? Мырлашырға бында Бесәй юҡ.
Шунда Бесәй килеп сыға.
Бесәй. Мыяу! Мыяу! Мине ҡалай
Оноттоғоҙмо, дуҫтар?
Мин дә көтәм байрамды,
Миңә ниндәй йомош бар?
Сусҡа. Әйтәм бит, алдан һайрашып, йырлашып алды ла китте бынауҙар. Йомош тигәндәй, хәтәр генә эш бар шул.
Эт. Ниндәйерәк?
Әтәс. Йә, йә, сереңде ас!
Сусҡа. Дуҫтар, киләһе йыл – минең йыл. Шуға күрә был байрам­ға, рөхсәт итһәгеҙ, урмандағы туғаным – Ҡабанды ла саҡырам тигәйнем.
Тауыҡ. Ҡабанды? Ул беҙҙең шыршыны ла, үҙебеҙҙе лә ҡыйратып ташламаҫмы икән?
Бесәй. Байрамда беҙҙе бүләкһеҙ ҡалдырып ҡуйһа?
Эт. Китте былар үҙҙәрен генә ҡайғыртып.
Әтәс. Байрамда, моғайын, йәмһеҙләшмәҫ.
Сусҡа. Ҡабан туғаным миңә алдан уҡ телефондан шылтыратып хәбәр иткәйне, һеҙгә әйтергә ҡыймай йөрөнөм.
Әтәс. Ярай әле Яңы йыл көнөндә иҫеңә төшмәгән.
Эт. Ә хәҙер һин беҙҙән нимә өмөт итәһең?
Сусҡа. Беренсенән, Ҡабан ағай­ҙы ҡунаҡҡа саҡырырға рөхсәт итһәгеҙ ине. Икен­сенән, уны, урманға барып, ҡаршы алырға кәрәк. Кем минең менән иптәшкә эйәрә?
Эт. Мин йорт янында тәртип һаҡлауҙы хуп күрәм һәм йыл йомғаҡтарын әҙерләйем.
Әтәс. Бесәй йомош һорай ине түгелме?
Бесәй. Урманға сәйәхәт минең өсөн артыҡ булмаҫ.
Сусҡа. Әйҙә, улайһа.
Бесәй. Хәҙер, саңғыларымды алам да.

Сусҡа менән Бесәй урман буйлап китеп бара.
Сусҡа (ҡулына телефонын алып). Ҡабан ағай, беҙ урманға индек. Һин ҡайһы тирәлә? Ә-ә, шул теге имән янындамы? Хәҙер барып етәбеҙ.
Бесәй. Ҡышҡы урман бигерәк матур икән! Ҡалай шәп булды әле! Ҡар яуа (ике ҡулын өҫкә күтәрә лә өйрөлөп ала).
Ошо урында ап-аҡ итеп кейенгән балалар талғын көйгә ҡар бейеүен башҡара ала.
Сусҡа. Бесәй, дуҫ! Яйламайыҡ. Йәһәтерәк имән янына ашығайыҡ. Юғиһә ҡар ныҡ яуа башланы.
Бесәй. Эйе шул, буранламаһа ярай ҙа.
Шунда “выж-ж-ж” тип, уҫал итеп ел һыҙғырғаны ишетелә. Буран килеп сыға.
Буран. Эй, ике йорт хайуаны, урманда нимә юғалттығыҙ?
Сусҡа. Беҙ Ҡабан ағайға китеп барабыҙ.
Бесәй. Уны Яңы йылға саҡырҙыҡ.
Буран. Ә мине саҡырмайһығыҙмы ни?
Бесәй. Бурандың эше урманда инде.
Сусҡа. Ҡабан ағай! Ау-у!
Буран. Әһә, ҡурҡаһығыҙмы? Ҡурҡығыҙ шул! Мин һеҙҙе ебәрмәйем! Аҙаштырам урманда!
Сусҡа (телефондан шылтыратмаҡсы итә). Эх, буран сығып, элемтәһе лә тотмай.
Буран. Ха-ха-ха! Ҡарурманда буранда телефонды онот!
Бесәй (ҡурҡышынан Сусҡаға һыйына). Аҙашырбыҙмы икән?
Сусҡа. Эй, уҫал Буран! Юҡҡа шашма байрам алдынан! Әйҙә, беҙҙең менән барырһың байрамға!
Буран. Выж-ж-ж, выж-ж-ж! Юҡ инде, үҙегеҙ әйттегеҙ, эшегеҙ урманда, тип. Хәҙер һеҙҙе өшөтәм, туңдырам, миктәтәм… Ха-ха-ха!
Буран өйрөлә башлай. Уға ҡар бөртөктәре лә эйәрә. Шәп-шәп әйләнәләр. Сусҡа менән Бесәй ҡосаҡлашҡан килеш тора. Шунда “Эһе-һей!” тигән тауыш сыға. Буран өйрөлгән еренән туҡтап ҡала. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеп сыға.
Ҡыш бабай. Был ни ҡыланышың, Буран улым?
Буран. Ҡыш бабай, мине байрам­ға саҡырыуҙан баш тарталар. Шуға асыуым ҡабарып китте.
Ҡарһылыу. Яңы йыл еткән мәлдә улай яманлашыу биҙәмәй һине.
Ҡыш бабай. Етмәһә, йыл хужаһы – Сусҡаны йонсотаһың.
Сусҡа. Йыл хужаһы бер мин генә түгел. Ҡабан ағайым да – байрам ҡунағы.
Бесәй. Уға китеп бара инек. Юлыбыҙҙы Буран ҡыйҙы. Уҫал һыҙғырҙы ла.
Буран. Һуң, мин шаярттым бит. Кем уйлаған байрам һеҙҙең хөрмәткә була тип.
“Сусҡа ҡустым! Эй, һеҙ ҡайҙа?” тигән тауыш ишетелә.
Сусҡа. Беҙ бында, Ҡабан ағай!
Ҡабан килеп инә.
Ҡабан. Һаумыһығыҙ! Эй, ҡустым, буранда аҙаштығыҙмы? (Сусҡаны ҡосаҡлап ала).
Сусҡа. Эйе, ағай, аҙаша яҙҙыҡ. Бына Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеп сығып ҡотҡарҙы.
Буран (ғәйепле йөҙ менән). Ғәфү итегеҙ, дуҫтар. Мин бит яңылыш үпкәләп кенә шаштым.
Ҡыш бабай. Йә, ярай, әйҙәгеҙ, ауылға юл тотайыҡ.
Бесәй. Эйе, беҙҙе күптән көтәләр­ҙер. Сәфәребеҙ һуҙылып китте.
Ҡарһылыу. Байрамға һуңламайыҡ!

Өсөнсө күренеш

Ихата алдында шыршы тирәләй Эт, Тауыҡ, Әтәс йөрөй.
Эт. Нишләптер оҙаҡлай былар. Мин инде күптән эштәремдең осона сығып, йылға хужа булыу бурысын тапшырырға әҙермен.
Тауыҡ. Буран тауышы сыҡты урмандан.
Әтәс. Аҙашмаһалар ярай ҙа.
Эт (алан-йолан ҡарай). Әһә, сана тауышы сыға. Эһе-һей, тиҙәр түгелме? Әйҙәгеҙ, күмәкләп Ҡыш бабай­ҙы саҡырайыҡ.
“Ҡыш бабай! Ҡыш бабай! Ҡыш бабай!” тип бергәләп ҡысҡыралар. Шул саҡ Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән бергә Сусҡа, Ҡабан, Бесәй, Буран килеп инә. Барыһы ла ҡосаҡлашып күрешә. Байрам матур йыр, уйын-көлкө, бейеү менән үрелеп китә. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу барыһына ла бүләк тарата, Сусҡа менән Ҡабанға “2019” тип яҙылған йыл хужаһы тажы кейҙерелә.
Ҡабан менән Сусҡа (бергә).
Аяҡ баҫтыҡ Яңы йылға,
Кәрәк хәҙер йылмайырға!
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу. Ҡыуаныстан тик йырларға!
Буран. Һәр ваҡыт татыу булырға!
Әтәс менән Тауыҡ. Яңы йыл – ул яңы йыр,
Киләсәккә ҙур өмөт.
Эт менән Бесәй.
Күңел йылыһы булһын,
Тормайыҡ һис тә өшөп.
Бөтәһе бергә. Яңы 2019 йыл менән! Ура!
Шаршау.

«Мөғжизәләр көтә һәр йөрәк!»

(Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн Яңы йыл тамашаһының сценарий өлгөһө)

Сценарий авторы: Альбина Айҙарбәкова
Күгәрсен районы, Мораҡ ауылы.

Майҙанда дәртле көйҙәр яңғырай. Тамаша сәхнәлә Ҡар бөртөктәре һәм төрлө битлек кейгән персонаждар вальсы менән башлана. Бейеү тамамланғас, сәхнәгә алып барыусылар сыға.

1-се а.б. Иҫке йылдың һуңғы сәғәттәрен
Тарих биттәренә оҙатып.
Өр-яңы йыл менән күрешербеҙ
Изге өмөттәрҙе баҙлатып.

2-се а.б. Хәйерле кис, ҡәҙерле дуҫтар, яҡташтар, һаумыһығыҙ, хөрмәтле районыбыҙ ҡунаҡтары!
Бына тарих биттәре 2018 йылдың һуңғы минуттарын һанай, беҙ һеҙҙең менән уҙған йыл менән хушлашып, яңы йылға аяҡ баҫабыҙ.
Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙе ихлас күңелдән яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән тәбрик итәбеҙ. Яңы йыл барыбыҙға ла шатлыҡ-һөйөнөстәр һәм уңыштар алып килһен!
1-се а.б. Үткән Эт йылында тыуған районыбыҙ ыңғай эштәре менән һөйөндөрҙө, ең һыҙғанып эшләү менән бер рәттән күңелле ял итеп, матур-матур йолалар, мәҙәни саралар үткәрҙек.
2-се а.б. Хөрмәтле дуҫтар! Хушлашабыҙ иҫке йыл менән, изге теләктәр һәм йыр менән!
Әйҙәгеҙ әле, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеп еткәнсе, ҡотлау сәләмдәрен ҡабул итәйек. Һеҙҙе яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлай… (Район хакимиәте йәки ауыл биләмәһе башлығының ҡотлау һүҙе.)
1-се а.б. Ҡыш миҙгеле йөрөмәй яңғыҙ ғына,
Етәкләгән күркәм байрамды.
“Ниндәй байрам ?” – тиеп, һораһағыҙ,
Бөгөн беҙҙә шыршы байрамы!
Һеҙҙе Яңы йыл байрамы менән ҡотлай …….
Йыр .
1-се а.б. Хөрмәтле дуҫтар, борондан “Нисек Яңы йылды ҡаршы алаһың,ул шулай үтер” тигән халыҡ әйтеме йәшәп килә.
Бына, үҙенең матур иҫтәлекле хәтирәләре менән Ғаилә йылы ла аҙағына яҡынлашты, ә ғаилә тормошо – һәр беребеҙ өсөн осһоҙ-ҡырыйһыҙ хеҙмәт һәм һикәлтәле ғүмер юлы. Шул юлдан матур итеп тайпылмай атлаусы, өлгөлө һәм бәхетле ғаиләләргә мул һәм мөхәббәтле тормош юлдаш булһын.
2-се а.б. Татыу ғаилә — илдең ҡото, тиҙәр,
Милләтебеҙ өсөн ғорурбыҙ.
Матур ғаилә — тормош күрке, тиҙәр
Әйҙәп торһон иман нурыбыҙ.
Барығыҙға ла тыныс, матур ғаилә тормошо теләп ҡалабыҙ. Ғаиләләрегеҙ татыу, дуҫ, имен булһын!
Хөрмәтле дуҫтар! Хушлашабыҙ иҫке йыл менән, изге теләктәр һәм йыр менән!
Әйҙәгеҙ, беҙ һеҙҙең менән Яңы йылды күңелле итеп үткәрәйек!- Яңы йыл байрамы күңелле мөғжизәләр менән үтһен. Ҡыҙҙар йыл буйы – Ҡарһылыу кеүек матур, ә инде ир-аттар Ҡыш бабай кеүек йомарт булһын!
Ә бына бөтә донъя үҙ яртыһын эҙләгән кешеләрҙән тора. Ошо йыл яңғыҙҙарға бәхетле, күңелле осрашыуҙар килтерһен.
1-се а.б. Ғүмер–миҙгел бит ул, тормош –мәңге,
Йылдар ҡала тарих эсендә.
Гармун уйнай, йырҙар яңғырап торһон
Иҫке йылдың һуңғы кисендә.
Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе Яңы йыл менән ҡотлай …..

Йыр.
2-се а.б. Ҡәҙерле дуҫтар, ойошмалар һәм учрежедениелар араһында үткән Яңы йыл байрамына эшләнгән ҡар һындары һәм байрам биҙәлешенә уҙғарылған конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Еңеүселәрҙе билдәләп китергә рөхсәт итегеҙ!
(Ойошмалар һәм учреждениелар араһында еңеүселәрҙе бүләкләү.)
Хөрмәтле дуҫтар! Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ. Район сараларында әүҙем ҡатнашыуығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Ҡотлау йыры..
1-се а.б. Хөрмәтле дуҫтар! Үткән йыл, Көнсығыш календары буйынса Эт йылы булды, 2018 йылға Һары Эт хужа булғайны, ә эт – йорт хайуаны, уның төрлө тоҡомо бар, шулай уҡ Эт кешенең иң тоғро һәм иң таяныслы юлдашы.
2-се а.б. Әйҙәгеҙ әле беҙ хәҙер үҙен байрам тантанаһына саырайыҡ.
Сәхнәгә Эт сыға
Эт: Вау-вау-вау! Хөрмәтле дуҫтар, уҙған йылда тоғро дуҫтарыбыҙ күп булды, тормош юлығыҙҙа ла терәк-таяныслы дуҫтарығыҙ күп булһын, бына миңә лә, ниһайәт, хушлашырға ваҡыт етте, мин илебеҙгә именлек, йорттарығыҙға бәрәкәт, барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек теләйем.

Бергә бейеп йырлайҙар.

1 -се а.б. Рәхмәт, һиңә Эт йылы, беҙ һиңә хәйерле юл теләйбеҙ, ә бына яҡынлашып килгән Яңы йыл ни вәғәҙә итер икән?! Әйҙәгеҙ әле, сәхнәбеҙ түренә, киләһе йылдың символын саҡырайыҡ. Киләһе йыл ниндәй хайуан аҫтында үтә? Кемегеҙ тапҡырыраҡ?! (Яуап ишетелгәс, сәхнәгә Ҡабан сыға.)
Күңелле көйгә бейей-бейей Сусҡа сыға һәм Эт янына килеп баҫа.
Ҡабан : Хрю-хрю-хрю! Бына мин килеп еттем,
Йыл булыр тимен, яҡшы,
Муллыҡ, байлыҡта үтер,
Шатлыҡтар торор ташып!
Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайым. Һаубуллашҡан Эт йылы һеҙгә тоғро дуҫтар бүләк итһә, мин һеҙгә бай, мул уңыш, ҡояшлы көндәр, тылсымлы мөғжизәләр бүләк итермен.
1-се а.б. Яңы йылдың яҙмышы – беҙҙең ҡулда! Бар изге хыялыбыҙ тормошҡа ашһын, һәр көнөбөҙ яҡшылыҡ һәм мөхәббәт нурҙарына сорналһын. Һыуыҡ ел-бурандарға ҡармаҫтан, ул яҡты һәм иҫтәлекле йыл булып ҡалһын.
2-се а.б. Уҙған йылдар бигерәк ҡәҙерле шул
Һәр көнөндә күпме иҫтәлек.
Тарихтың был данлы йылында ла
Күпме булды матур көндәре!
Йыр (Йыр йырлағанда персонаждар бергә бейей.)

1-се а.б. Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә,
Шулай булған борондан.
Һынамыштар әйтәйек,
Ҡыш миҙгеле турында.
(Эт һәм Сусҡа персонаждары алмашлап һынамыштар әйтәләр.)
Ҡабан: Шулай итеп, башланыҡ! Ҡыш ҡарһыҙ булһа, … (йәй ярлы була);
Эт: Ҡышҡы көн йәйҙе әйтер, …(көҙгө көн яҙҙы әйтер);
Ҡабан: Төнөн бәҫ төшһә, …. (көндөҙ ҡар яумаҫ);
Эт: Төтөн тура сыҡһа, … (һыуыҡ булыр);
Ҡабан: Көн кәртәләнһә, …. (көрәгеңде әҙерлә),
Ай кәртәләнһә, ….. (аҙбарыңды әҙерлә);
Эт: Ағастар елһеҙ шаулаһа, …. (буран булыр).
1-се а.б. Йылдар үткән һайын Яңы йылды
Ҡаршылауы никтер серлерәк.
Сәғәт ун икене һуҡҡан саҡта,
Ҙур мөғжизә көтә һәр йөрәк!
2-се а.б. Ҡәҙерле дуҫтар, беҙ һеҙҙе Яңы йыл байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Яңы йыл һеҙгә тик яҡты киләсәк, яңы уңыштар алып килһен!
1-се а.б. Ә бына, Яңы йыл байрамы күптән башланды, ә байрамға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеп етмәгәндәр, әйҙәгеҙ әле, хөрмәтле дуҫтар, уларҙы бергәләп саҡырайыҡ. Ҡыш бабай! Ҡарһылыу!
Халыҡ менән бергә саҡыралар
Ҡыш бабай: Һаумыһығыҙ, дуҫтар, туғандар! Бына байрам менән ҡотлайым тип, алыҫ араларҙан килеп еттем! Һеҙҙе барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән ҡайнар ҡотлайым! Яңы йыл барығыҙға ла сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилә именлеге алып килһен!
Ҡарһылыу: Йылдар үткән һайын Яңы йылды
Ҡаршылауы никтер серлерәк.
Сәғәт ун икене һуҡҡан саҡта,
Ҙур мөғжизә көтә һәр йөрәк!
Бергә: Яны йыл менән! Яңы йыл менән!
Ҡыш бабай: Ҡар-бурандары уйнатып,
Елдәр егеп еләмен.
Алыҫ-алыҫ араларҙан
Һеҙҙе һағынып киләмен.
Ҡайҙа ҡыҙым, Ҡарһылыуым,
Байрамдар дауам итһен.
Байрамға килгән һәр кеме,
Йырҙарын йырлап үтһен.
Байрамға килеүселәр менән йыр-бейеү ойошторола.
1-се а.б. Күркәмлек өҫтәп байрамға,
Биҙәнеп килгән шыршы.
Әгәр уттарын ҡабыҙһа,
Ул булыр тағы ҡупшы.
Ҡыш бабай: Байрамдың түрен алып торған шыршының уттары ла янмаған икән!
Йә әле,Ҡарһылыуым,
Балҡыт шыршы уттарын.
Яҡынайтһын улар беҙгә,
Яңы йыл минуттарын.
Тылсымлы таяғым менән туҡылдатып ҡарайым әле…
Ҡыш бабай таяғы менән өс тапҡыр туҡылдата.
Ҡарһылыу: Балҡы, балҡы шыршыҡай,
Балҡы әйҙә, ҡупшыҡай!
Шыршыла уттар балҡый.
1-се а.б. Беҙҙең тормош та бит Яңы йыл гирляндаларына оҡшап тора – бер ерҙә ут һүнһә, икенсе урындарҙа ла һүнә башлай. Киләһе йылда тормошобоҙ төрлө төҫтәге сағыу уттар менән балҡыһын, һүнмәһен, бөтә тирә-яҡты балҡытып торһон.
2-се а.б. Әйҙәгеҙ, бергәләп Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу шыршы тирәләй йырлап алайыҡ.
“ В лесу родилась елочка” йырының тәржемәһе.
Үҫте шыршыбыҙ урманда,
Шаулап торҙо унда.
Йәйен дә, ҡышын да зифа,
Йәшел ул һаман да.
Ел-буран уны йыуатты,
Йыр көйләп йоҡлатты.
“Туңа күрмә”, тине һыуыҡ,
Ҡар юрғанын япты.
Сабып йөрөнө ҡурҡаҡ ҡуян,
Шыршыбыҙ янында.
Уҫал бүре, йыртҡыс бүре
Килде ҡайсағында.
Хәҙер, шыршы ҡупшыланып,
Мәрйендәр элгәнһең.
Балаларға һәм беҙгә лә ,
Бүләктәр килтергәнһең.

Шыршы тирәләй йыр-бейеү, уйындар.
1-се а.б. Бөгөнгө йырлы, бейеүле, уйынлы кисәбеҙҙән үҙегеҙгә дәрт, дарман алып ҡайтырһығыҙ тигән өмөттә ҡалабыҙ.
2-се а.б. Костюмдарҙы бөтә яҡтан күреү өсөн, дөрөҫ баһа биреү өсөн маскарад костюмдарын кейгән дуҫтарыбыҙҙы сәхнәлә бер урап сығыуығыҙҙы һорайбыҙ. Рәхим итегеҙ!
Костюм кейгән персонаждар сәхнәгә сығалар.
Байрам концерты, бейеү көйҙәре бер бер артлы дауам итә.

1-се а.б. Төрөп алып ап-аҡ ҡарҙарына
Алып килсе беҙгә шатлыҡтар.
Ҡыуаныстар килтер халҡыбыҙға
Уңһын баҫыуҙарҙа ашлыҡтар .
2 -се а.б. Илдәр тыныс, донъя имен булһын,
Һөйөү менән типһен йөрәктәр.
Матур үтһен йылдың һәр бер көнө,
Ҡабул булһын изге теләктәр.
1-се а.б . Яңы йыл ҡотло булһын, хуш киләһең Яңы йыл, төклө аяғың менән! 2 се а.б. Яңы йыл һәммәбеҙгә лә сәләмәтлек, йортобоҙға именлек, ризыҡтарыбыҙға бәрәкәт, күңелдәрегебеҙгә илаһи саф тойғолар алып килһен.
Яңы йыл менән!

Сценарий авторы: Альбина Айҙарбәкова
Күгәрсен районы, Мораҡ ауылы.

Понравилась статья? Поделить с друзьями:
  • Аура детские праздники
  • Атомный флот россии праздник
  • Атомная промышленность россии праздник
  • Атом спорт праздник
  • Атмосферу праздника заряжают позитивом

  • 0 0 голоса
    Рейтинг статьи
    Подписаться
    Уведомить о
    guest

    0 комментариев
    Старые
    Новые Популярные
    Межтекстовые Отзывы
    Посмотреть все комментарии